-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Июнь 2022, 16:30

Атай һүҙҙәре

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА – АЛТЫНБИКӘ Атай һүҙҙәре ныҡ була

Атай һүҙҙәре
Атай һүҙҙәре

Саҡматаш кеүек!
Был турала һеҙ балалар
Ҡуйығыҙ белеп.

Атай кеше әйткән һүҙен
Берәгәй әйтер,
Ирҙәр һүҙенең ныҡлығын
Атай күрһәтер...

Үпкәләмәгеҙ атайға
Ул бит бер генә,
Ғаиләгеҙҙең янында
Һаҡта гел генә...

Атайҙың һөйөүө әҙ тип
Борсолма юҡҡа,
Әсәйең аша сағыла
Ул тирә-яҡҡа.

Әсәйең дә, атайың да
Донъяла - берәү,
Улар икеһе лә һиңә
Тормошта - терәү!

Фото: gotovim7e.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: