+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Июнь 2022, 17:00

Әсәкәйем – өйҙөң йәме

Сәфинә ӘХМӘТОВА   Тыуған йорттан сығып китеү

Әсәкәйем – өйҙөң йәме
Әсәкәйем – өйҙөң йәме

Берәүгә лә еңел түгел.
Оҙатып ҡала әсәйем –
Өнһөҙ генә һыҙлай күңел..


Йәш тулы күҙҙәрем менән
Боролоп ҡарайым артҡа.
Мин беләмен – әсәй барҙа
Асыҡ булыр һәр саҡ ҡапҡа.


Иҫән генә була күрһен
Әсәкәйем – өйҙөң йәме.
Йөрәгемдә – кәңәштәре,
Телемдә – ашының тәме.


Ҡыйын булмаҫ был тормошта
Ғәзиз әсәй булһа, йәнәш.
Күпкә еңеләйә хәлем
Әсәй бирһә, тик бер кәңәш.


Бер ҡарауҙан хәлдәремде
Аңлап алаң тик һин, әсәй,
Һин булғанда мин бәхетле!
Оҙаҡ йәшә, йәме, әсәй?!

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: