+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Июнь 2022, 14:00

Уға оҡшарға тырышабыҙ

Туймазы районы Өйәҙетамаҡ мәктәбенең III cиныф уҡыусыһы Данир Ихсанов атаһы тураһында яҙа:

Уға оҡшарға тырышабыҙ
Уға оҡшарға тырышабыҙ

“Беҙ Ҡарат ауылында йәшәйбеҙ. Атайымдың исеме – Динар. Ул – талапсан, иғтибарлы, эшлекле һәм изге кеше. Сабыр холоҡло, йөҙөнән һәр саҡ яғымлы йылмайыу китмәй.

Атайым Октябрьский ҡалаһының һыу каналында машинист булып эшләй. Беҙ ғаиләлә – өс малай. Мин иң өлкәне булам. Ҡустыларыма үрнәкле ағай булырға тырышам.

Ҡәҙерлебеҙҙең ҡулы оҫта, белмәгән эше юҡ. Уны ауылыбыҙҙа барыһы ла ихтирам итә. Беҙ ҙә бар яҡлап, уға оҡшарға тырышабыҙ”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: