+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
6 Июль 2022, 13:55

Ҡояшым минең!

Һәр бала өсөн әсә – тормош йәме. Беҙҙең бар булмышыбыҙ уға бәйләнгән.

Ҡояшым минең!
Ҡояшым минең!

Әсәй! Был һүҙ һәр ҡайһыбыҙ өсөн иң яҡыны һәм яғымлыһы. Күпме тәрән мәғәнә һалынған уға. Юҡҡа ғына үҙен ҡояшҡа тиңләмәй­ҙәр.
Әсәйем дә – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кеше. Ул янда булмаһа, ҡояш та яҡтыртмаған, ай ҙа балҡымаған кеүек. Әсәйем Альбина Альфред ҡыҙы Салауат районы Мәсетле мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Күңел йылыһын беҙгә генә өләшмәй, уҡыусыларын да ныҡ ярата. Өйҙә ул – уңған хужабикә, яғымлы әсә һәм яратҡан ҡатын. Иртә таңдан мине, ҡустымды, бәләкәс Әмилә һеңлемде иркәләп уята. Әсәйем бешергән ризыҡтар, тәмлекәстәр телеңде йоторлоҡ! Мин унан үрнәк алып, эшкә өйрәнергә тырышам. Ул өйҙә булмаһа, йортобоҙҙо тәртипкә килтереп, һеңлемде ҡоймаҡ бешереп һыйлайым.
Әсәйем беҙҙе, һәр ваҡыт кешелекле, тырыш булығыҙ, тип өйрәтә. Мин үҙен ныҡ яратам, бер ҡасан да уға борсолоуҙар килтермәм, тип һүҙ бирәм. Әсәйемдең әсәһе – Заһиҙә өләсәйем дә күп йылдар уҡытыусы булып эшләй. Ул беҙгә әкиәттәр, халыҡ йолалары тураһында һөйләй, туған телебеҙҙе, төйәгебеҙҙе һаҡларға, яратырға өйрәтә.

Дарина НИҒӘМӘТОВА,
VII «А» синыфы уҡыусыһы.
Салауат районы,
Янғантау мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: