+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Июль 2022, 10:35

Йорттоң йәме — балаларҙа

Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә. Йылы ҡояш нурҙары һәм ләйсән ямғыр, йәйғорҙоң сағыулығы менән бергә ҡойон-дауылдар, ыжғыр бурандар ҙа һәр кеше яҙмышында осрамай ҡалмай. Тышҡы ҡатмарлыҡтарға бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул көсөн һәм күңел ҡеүәтен дә һалғандар күп арабыҙҙа. Бына шундай­ҙарҙың береһе – Альбина менән Венер Хәйҙәршиндәр. Уларҙың күптән түгел 13-сө сабыйы донъяға килгән!

Йорттоң йәме — балаларҙа
Йорттоң йәме — балаларҙа

Ғаилә усағын һүндермәү, бәхет ҡошон өркөтмәү, балаларыңды сабырлыҡ менән һәр береһенә йылы ҡараш, иғтибар бүлеп, ҙур хеҙмәт һалып үҫтереү өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә, мөхәббәт! Хәйҙәршиндәрҙең иң бәләкәстәре Байрас та – мөхәббәт емеше. Яҙмыш бүләге! Ә атай менән әсәй балалары менән бәхетле!
– Етенсе улымды айырыуса йылылыҡ, һөйөү менән көтөп алдым. 45 йәштә сабыйыңды күкрәгеңә ҡыҫып, иркәләү – үҙе бер шатлыҡлы мәл! – ти бәхетле әсәй Альбина Рәйеф ҡыҙы.
Хәйҙәршиндәр Балтас районы үҙәгендә йәшәй. Заман талаптарына яраҡлаштырылып йыһазландырылған зауыҡлы ике ҡатлы йортта һәр ваҡыт бөхтәлек, тәртип. Йорт хужаһы Венер Флүр улы өлкән улы Артур менән баш ҡалала төҙөлөштә эшләй. Ә өлкән ҡыҙы Элита ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында донъя көтә. Әлмир улдары күптән түгел әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Районда ғы­на түгел, республика йыр-моң бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашҡан 21 йәшлек Айгиз – Өфөлә музыка училищеһында, ә Айназ автотранспорт техникумында уҡый. Айзилә – XI, Нурсилә – IX, Инзилә – VI, Айнур – IV, Айгүзәл II синыфҡа барасаҡ. Әле оҙон каникулда рәхәтләнеп ял итәләр. Йорт-ҡура тирәһендә лә алыштырғыһыҙ ярҙамсы бит улар. Наҙгөл менән Ислам балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаиләләге һәр баланың да үҙ шөғөлө бар һәм барыһы ла тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Мәҫәлән, егеттәрҙең бөтәһе лә спорт менән шөғөлләнә икән. Улар волейбол, гер күтәреү, секцияларына йөрөй. Район, республика ярыштарынан гел призлы урындар яулап, Маҡтау ҡағыҙы менән бү­ләкләнеп кенә ҡай­талар. Һай, афариндар! Ай­нур – бейеүсе лә. Ә Айгүзәл менән Наҙгөл гимнас­тиканы үҙ итә. Был шәп ҡыҙҙар ҡайҙа ғына булмаған! Ағиҙел, Ҡазан, Ырымбур ҡалаларында бәй­геләрҙә призлы урындар яулап, мәктәп данын күтәрәләр.
– Балаларыбыҙҙың һәр сәғәте иҫәпле, мәктәптән ҡайтыу менән уларҙы Физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Балалар үҙәге көтөп тора. Бер минут та буш ваҡыттары юҡ. Һәр береһенең бурыстары аныҡ билдәләнгән. Кискеһен барыһын да үҙем машина менән йыйып алып ҡайтам, – ти уңған әсәй кеше.
Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туған­дар­ға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайта бит. Быны Хәйҙәршиндәр яҡшы аңлай.
Бына шундай матур, дуҫ, татыу, өлгөлө ғаиләлә үҫә бәләкәй Байрас. Йорттоң йәме, ҡыуанысы.
Хәйҙәршиндәрҙең ырыҫлы ғаиләһенә именлек, һаулыҡ, ата-әсәгә сабырлыҡ һәм бәхет теләйбеҙ. Һеҙ – күптәргә өлгө!

Зөһрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Йорттоң йәме — балаларҙа
Йорттоң йәме — балаларҙа
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: