+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
18 Июль 2022, 10:50

Йәшәү тәмен, донъя ғәмен тойоп

Башҡортостаныбыҙҙың иң гүзәл төбәктәренең береһе булған хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендәге Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәткә бар­ғанда тап иттем Сәфәрғәлиндәрҙе. Өс балалары менән Белорет ҡалаһынан килгән улар. Гөлфиә Рәйес ҡыҙы һәм Динар Хәсән улының матур, татыу, өлгөлө ғаиләһе менән һеҙҙе лә таныштырғым килә.

Йәшәү тәмен, донъя ғәмен тойоп
Йәшәү тәмен, донъя ғәмен тойоп

Йәп-йәш көйөнсә генә, студент саҡтан уҡ, ғаилә ҡорған Сәфәрғәлиндәр тәүҙә Белорет районының Аҙнағол ауылында йәшәй. Өлкән ҡыҙҙары Камила студент йылдарында донъя­ға килә. Яҙмыш һынау­ҙарына бирешмәйенсә, атай-әсәй­ҙәренең ярҙамы менән юғары уҡыу йортон тамамлауға өлгәшә йәш ата-әсә.
Ойоштороу һәләтенә эйә булған, йыр-моңға ғашиҡ Гөлфиә Рәйес ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йортонда мөдир булып хеҙмәт юлын башлай. Биш йыл башҡара ул был вазифаны. Ауыл халҡы өсөн матур, күңелле саралар ойоштора, үҙе лә, ҡыҙы Камила ла сәхнәнән төшмәйҙәр. Тормош юлдашы Динар вахта ысулы менән Себер тарафтарында нефть сығарыу тармағында эшләй. Тиҙҙән уңған, тырыш эшһөйәр ғаиләгә тағы ла шатлыҡ өҫтәп, улдары Дамир тыуа. Унан һуң төпсөктәре Самираға ғүмер бүләк итәләр.
Ике йыл элек Сәфәрғәлиндәр фатир алып, Белорет ҡалаһына күсә.
– Балаларҙың киләсәген уйлап, ҡалаға күсергә ҡарар иттек. Бында барыбер мөмкинлектәр күберәк бит. Йәнең теләгән йүнәлеш буйынса түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә, өҫтәмә белем алырға ла мөмкин. Улым менән ҡыҙым Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында белем ала. Бында үҙ һөнәрен ярат­ҡан, белемле, тәжрибәле уҡытыу­сылар эшләй. Шуға айырыу­са ҡыуанабыҙ, – ти Гөлфиә Рәйес ҡыҙы.
Өлкән ҡыҙҙары Камила – VI, Дамир I синыфты тамамлаған. Икеһе лә яҡшы уҡыйҙар, Камила гимназия, ҡала, республика кимәлендә үткән төрлө ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Уңыштары ла байтаҡ. Белем усағында үткән һәр сараның уртаһында ҡайнай, йырларға, бейергә оҫта. Спорт менән дә дуҫ, баскетбол секцияһына йөрөй. Дамир математика фәнен ярата, ҙур теләк менән шахмат, робототехника түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Кесе ҡыҙҙары Самираға – ни бары ике генә йәш. Ул ҡаланың 11-се балалар баҡсаһына йөрөй.
Ата-әсәһенең һөйөүенә сорналып, наҙына төрөнөп ҡанат нығыта Сәфәрғәлиндәрҙең балалары. Рухлы, телһөйәр, илһөйәр булып үҫеп килеүҙәре айырыуса ҡыуаныслы.
– Балалар менән бары тик туған телдә генә аралашабыҙ. Ҡала мөхитендә үҫкәс, телдәре боҙолорға ғына тора бит. Бына шуны булдырмаҫҡа ине. Башҡортса йырҙар тыңлайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ. Әле бына балаларыбыҙҙы Башҡорт­останыбыҙҙың бай, күркәм тәбиғәт ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындары менән таныштырырға ниәтләп, Шүлгәнташҡа килдек. Шул тиклем оҡшаттылар, бай тәьҫораттар менән ҡайтырға торабыҙ. Киләһе сәйәхәтебеҙ Ғәҙелша шарлауығына буласаҡ, – тип хушлашты Сәфәрғәлиндәр.
Гөлфиә Рәйес ҡыҙы менән Динар Хәсән улы кеүек, сабыйҙарының киләсәк тормошо өсөн борсолоп, уны нисек тә еңел һәм яҡты итергә хыялланған ата-әсәләр миндә һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Тормоштан йәм табып, йәшәү тәмен, донъя ғәмен тойоп ғүмер иткән был күркәм ғаиләгә бары тик бәхетле яҙмыш насип булыуын теләйек.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: