+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
3 Август 2022, 13:55

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө

Әбйәлил районының Нияҙғол ауылында ғүмер иткән Гөлсинә менән Нәжип Шәрәфетдиновтар ғаиләһе бар яҡтан үрнәк булырлыҡ. Ауылдың күрке, йәме булып, тырышып донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр.

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө
Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө

 Ғаилә башлығы Нәжип Заһир улы Айыуһаҙы ауылында крәҫтиән-фермер хужалығында эшләп йөрөй, ә Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы  клубта, һуңынан мәктәптә ашнаҡсы, йыйыштырыусы булған. Тик быйыл башланғыс мәктәпте ябыу сәбәпле, эшһеҙ тороп ҡалған. “Бер эштән дә ҡурҡмайым, беҙҙең төбәктә эш күп, миңә тигәне табылыр”, — тип шаярта.

 Йәштәр икеһе лә күп балалы ғаилә үҫкән, шуға үҙҙәре лә донъя ауыр, тип тормай, биш балаға ғүмер биргән. Иң өлкән улдары Илһам яңыраҡ яҡындарын ҡыуандырып, әрме хеҙмәтенән ҡайтып төшкән. Әрмегә тиклем Белорет металлургия колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерергә өлгөргән. Ағаһының үксәһенә етеп килгән икенсе улдары Ислам да ошо уҡ колледжда электрикка уҡып йөрөй, быйыл өсөнсө курсҡа барасаҡ. Ҡыҙҙары Нурия Сибай гимназия-интернатында һигеҙенсе синыфты бөтөргән. Нурзилә дүртенсегә Белорет лицей-интернатына барасаҡ. Иң бәләкәстәре, иркә Гөлфиәгә - 5 йәш кенә.

-Беҙҙең өсөн иң мөһиме - балаларыбыҙға яҡшы тәрбиә, белем биреү, һөнәрле итеп оло тормошҡа аяҡ баҫтырыу. Шуға ла ҡала мәктәптәренә бирҙек, үҙ аллыҡҡа өйрәнәләр,  — ти Шәрәфетдиновтар.

“Әсәнән күргән —тун бескән, атанан күргән — уҡ юнған”, тигән әйтем был ғаиләгә тура килә.  Ысынлап та, малайҙар һәр саҡ атаһы янында ир-егеттәр эшен күреп-белеп үҫкән, техниканы биш бармаҡтарылай белә. Оҫта ҡуллы аталары ҙур хужалығында кәрәкле, бесән сабыу, тейәү өсөн техника эшләгәндә улдары ла ҡарап, өйрәнеп тора. Эш араһында үҙе лә кире ҡылыҡтарҙы өнәмәгән атай малайҙарын эсеү-тартыу - алама ғәҙәт, насар юлға бер баҫһағыҙ, кире сығыуы ауыр, тип күңелдәренә һеңдерә.

Ҡыҙҙар өйҙә, әсәләре янында, ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрендә ярҙамлаша, аш-һыуға маһир хужабикәнән бешеренеү нескәлектәренә төшөнә, бәйләү-тегеүгә өйрәтә. 

Әле улар Ташбулат янында күп балалы ғаиләләр өсөн бирелгән ер участкаһында йорт һала башлаған. Өйҙө төҙөп бөткәс, газ үткәрһәләр, күсеп тә ҡуйырбыҙ, иң бәләкәстәре уҡыуға шунда барыр, тип хыялланалар.

Уҙған йылда Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Балаларын аҡыллы, эшһөйәр итеп тәрбиәләгән ғаилә, ысынлап та, был юғары наградаға лайыҡлы. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө булған Шәрәфетдиновтар ул-ҡыҙҙарын һөйөү-хәстәргә сорнап үҫтерә. Матур парҙың бар уй-ниәттәре тормошҡа ашһын!

  Динара САФИУЛЛИНА.  

Сығанаҡ һәм фото: oskon.info  

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: