-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
6 Август 2022, 16:40

Тормоштары матур йыр кеүек

Әлшәй районының Раевка ауылында йәшәүсе Фирүзә һәм Наил Садиҡовтарҙың мөхәббәтле һәм татыу ғаиләһе хаҡында һүҙем. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көткән уңған, һәләтле был ғаиләгә һоҡланмаусылар һирәктер. Күптәргә өлгө булырлыҡ бит улар. Ғаиләләре менән йыр-моңға ғашиҡтар, гөрләтеп эшләй ҙә, күңелле итеп ял да итә беләләр.

Тормоштары матур йыр кеүек
Тормоштары матур йыр кеүек

Ғаилә башлығы Наил Радик улы Раевка балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай синыфында уҡыта. Район мәҙәниәт йортонда үткән һәр сараны дәртле йыр­ҙары, ҡурай моңдары менән биҙәй. Ул етәкләгән «Рамаҙан» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле һәр конкурста еңеүҙәр яулап, район данын күтәрә.
Ә хужабикә Фирүзә Тимер­йән ҡыҙы – Мөхәмәтша Буран­ғолов исемендәге башҡорт интернат-лицейында тәрбиәсе. Бар күңелен биреп, ихлас эшләгәс, балалар ҙа үҙен ярата, хөрмәт итә.
Садиҡовтар ике сабыйға ғүмер бүләк иткән. Улдары Рамаҙан быйыл Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының V синыфын яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Ете йәшлек Дилә иһә көҙгә мәктәпкә барасаҡ.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, Садиҡовтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап, уңған, әүҙем, һәләтле. Рамаҙандың исеме ауыл, районда ғына түгел, республикала ла күптәргә таныш. Алты йәшенән вокал менән мауыға, атаһы етәкләгән ҡурайсылар ансамбленең солисы. Оҫта бейеүсе лә үҙе. Лицей­ҙарында эшләп килгән театр түңәрәгенә лә йөрөй, КВН-да ла уйнай. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме дип­лом, миҙал, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Мәҫә­лән, 2019 йылда Дүртөйлө ҡалаһын­да үткән «Яҙғы тамсылар» йәш йырсылар республика кон­курсында – II, «Сулпылар» республика телевизион бәйгеһен­дә I урын алыуға өлгәшкән. 2020 йылда Өфөлә «Brilliant Talents» II халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында вокал буйынса – Гран-приға, «Баш­ҡортостан таланттары» VII Бөтә Рәсәй ижади конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ бул­ған. Яҙын Октябрьский ҡалаһында үткән Ҡурай байрамында II урын яулаған. Быйыл иһә уның исеме «Башҡортостан Республикаһы балаларының ҡаҙаныштары энциклопедия­һы» тигән Рәсәй коллекцияһы китабына ингән.
– Башҡортостандың 314 һәләтле уҡыусыһы исемлегендә улыбыҙҙың да булыуына бик ҡыуандыҡ. Рамаҙан – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Апрель айында донъя күргән энциклопедияны яңыраҡ ҡулыбыҙға алыу бәхете тейҙе, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Фирүзә Тимерйән ҡыҙы.
– Июнь айында Рамаҙан Өфөлә үткән «Арт-Ҡоролтай. Балалар» фестивалендә ҡатнашып ҡайтты. Унда Мәскәүҙән килгән билдәле музыкант, продюсер Сергей Крылов улыбыҙҙы күреп, клипта төшөргә саҡырҙы, Һарытау ҡалаһына, – тип һүҙгә ҡушылды атаһы ла.
Хәтерегеҙҙә булһа, яңы йыл алдынан Рамаҙан атаһы менән «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында ла сығыш яһағайны. Яҡташтары Фәнзилә Рәйес ҡыҙы Хажиғәлиева менән бергә барып, туған телебеҙҙә матур итеп йырлап, бейеп, Леонид Якубовичты хайран ҡалдырып ҡайттылар. Алып барыусы тапшыр­ған бүләк планшетты ҡәҙерләп һаҡлай малай.
Рамаҙандың уңыштарында ата-әсәһенең роле баһалап бөткөһөҙ. Балаларының һәр башланғысын хуплап, ҡеүәтләп, ҡанатландырып тора бит улар! Ҡыҙҙары Дилә лә ағаһына оҡшап, йырларға, бейергә әүәҫ. Сәхнәлә сығыш яһағаны ла бар. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанған. Мәктәптә лә һынатмаҫ, Алла бирһә!
Садиҡовтар ғаиләләре менән һәр конкурс, байрамдарҙа ҡатнашырға тырыша. Дүртәүләшеп сәхнәгә килеп сыҡһалар, артис­тарың ары торһон! Наил Радик улы ҡурайын һыҙҙырһа, Рамаҙан моңло йырҙарын һуҙа, Дилә менән әсәһе бейергә төшөп китә...
– Район, республикала ойошторолған төрлө бәйгеләрҙе интернеттан ҡарап ҡына барам, шунда уҡ заявка ебәрәм. Һәр береһенә ихлас әҙерләнәбеҙ. «Һин – беҙҙең продюсерыбыҙ», – тиҙәр миңә ғаиләлә шаяртып. Конкурстарҙа ҡатнашыу тәжрибә өҫтәй, рухландыра, был бигерәк тә балалар өсөн мөһим. Хәҙер мөмкинлектәр бик күп бит, дөрөҫ итеп файҙалана белергә генә кәрәк, – ти Фирүзә Тимерйән ҡыҙы.
Гөрләтеп донъя көткән Садиҡовтар өс йыл элек үҙ көстәре менән күркәм, ҙур йорт һалып сыҡҡан. Оҫта ҡуллы ғаилә башлығы һәр нәмәне уйлап, заманса эшләгән. Хәҙер өйҙәре гөл-сәскәгә күмелеп, балҡып ултыра. Быныһы, әлбиттә, хужабикәнең тырышлығы. Матурлыҡҡа ғашиҡ, сәскәләр яратҡан Фирүзә Тимерйән ҡыҙының баҡсаһы ла шаулап үҫә. Балаларында ла бәләкәйҙән хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй улар. Күмәкләшеп баҡса эштәрен баш­ҡаралар, йорт-ихата тирәһен тәртиптә тоталар. Шунан уңған хужабикә яҡындарын телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡтар менән һыйлай.
– Бер-береңде аңлап, кәрәк саҡта сабыр итә белеп, атай-әсәйҙәрҙе хөрмәтләп, туғанлыҡ көсөн аңлап йәшәгәндә генә бәхетле булырға мөмкин. Беҙҙең бәхетебеҙҙең сере ошондалыр, – ти Садиҡовтар.
Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Ә бәхетле ғаиләлә үҫкән балаларҙың тормоштары ла матур, киләсәге лә яҡты була. Балалар – ата-әсәһенең көҙгөһө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.

Юлиә КИРӘЕВА.

Тормоштары матур йыр кеүек
Тормоштары матур йыр кеүек
Тормоштары матур йыр кеүек
Тормоштары матур йыр кеүек
Тормоштары матур йыр кеүек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: