+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Сентябрь 2022, 10:20

"Ун балам — ун бармағым"

Йәш ярымлыҡ ҡына Йәмил был көндәрҙә тынғыһыҙлана, саҡ ҡына янынан китһәң, мыжый башлай. Шулай булмай ни, яңыраҡ ҡына өй тулы кеше ине, әллә ҡайҙа булып бөттөләр ҙә ҡуйҙылар? Кескәй генә сабый шуларҙы юҡһына, эҙләй. Бына тиҙҙән ҡайтыр мәктәптән Йәмилдең ике ағаһы һәм алты апаһы, дәрестәр генә бөтһөн дә. Ҙур ғаиләләренән быйыл 8 бала уҡыусы бит! 4 йәшлек Тимур ағаһы, әсәһе генә өйҙәләр әле. Аталары – эштә.

"Ун балам — ун бармағым"
"Ун балам — ун бармағым"

Иҫке Монасип ауылынан Зөлфиә һәм Юлай Йәғәфәровтар ғаиләһе тураһында һүҙебеҙ. Интернет аша улар­ҙы күбегеҙ беләлер әле. Беҙ был 10 бала тәрбиәләнгән матур ғаилә менән яҡындан таныштыҡ.
Зөлфиә Самат ҡыҙы – Яңы Собхан­ғол ауылынан (бөрйәндәр уны үҙҙәренсә Янһары тип йөрөтә). Юлай Ғәбит улы – Яңы Монасиптан. Өйләнешкәс, Иҫке Монасипта йәшәй башлағандар. Үҙҙәре лә алтышар балалы ҙур ғаиләләрҙә үҫкән. Ун баланың һәр береһен көтөп алғандар һәм улдарына, ҡыҙҙарына үҙҙәренең өлгөһөндә матур тәрбиә бирергә тырышалар.
Бер ғаиләнән – 8 уҡыусы, тигәндәй, иң өлкәне Гөлиә быйыл XI синыфҡа барған.
– Тыныс, ипле, изге күңелле, балаларҙы ярата. Саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, һүрәт төшөрөргә ултыра, рәссам булырға теләй, – ти уның тураһында әсәһе. Гөлиә, баш бала булараҡ, туғандарын ҡараша. Бешерергә оҫта. Бигерәк тә манты, ҡоймаҡ, пицца, билмән әҙерләргә ярата икән. Ҙур ғаиләлә бар эште күмәкләп башҡаралар инде. Бәләкәйҙән өлкәндәргә ярҙам итешеп, һәр береһе эшкә өйрәнеп үҫә.
Салауат IX синыфта уҡый. Ул инде атаһының уң ҡулы. Ғаилә башлығына оҡшап, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бәләкәй ҡустыларына ағас­тан уйынсыҡ яһап бирһенме, велосипедын үҙе тиҙ генә йүнәтеп ҡуйһынмы... Йәй буйы атаһы һәм Роберт ҡустыһы менән ауылдан 10 километр тирәһе алыҫлыҡта ятҡан умарталыҡтарында эшләгәндәр, ҡайһы берҙә шунда йоҡлап та ҡалырға тура килгән. Умарталары ла күп бит: 70 тирәһе. Өй янында ла бер нисәү бар әле. Бал ҡорттарын ҡарар өсөн аталары хатта эшенән ике айға ял һорарға мәжбүр була.
Роберт – VIII, игеҙәктәр Әлиә менән Юлиә – VI, Наҙгөл – IV, Ир­кә II синыфта белем ала. Ә Гөлназ 6 йәшен майҙа ғына тултырһа ла, быйыл ҙур теләк менән уҡырға төшкән. Балалар баҡсаһында күңел­һеҙерәк була башлаған уға. Иркә апаһының өйгә эшкә бирелгән мәсьә­ләләрен сисә алғас, мәктәпкә барырлыҡ булғандыр инде. Ә Иркә, исеменә есеме тура килеп, бик наҙлыҡай ғына булып үҫеп килә. Үҙе иҫәп-хисап­ҡа шәп, әсәһе лә һөнәре буйынса иҫәпсе бит, тағы умартасы ла. Игеҙәктәр баш­ҡорт теленән, урыҫ теленән район олимпиадаһында ҡатнашып, грамота ла алып һөйөнгән. Наҙгөл худо­жестволы гимнастика секцияһына йөрөй. Өйҙә лә интернеттан ҡарап, төрлө күнекмәләр яһарға өйрәнә. Мәктәптә лә әүҙем, сос ҡыҙыҡай ата-әсәһенә лә йүгереп йөрөп ярҙамлаша.
Салауат спорт ярата: футбол, волейбол, хоккей менән шөғөлләнә. Роберт иһә шахматты үҙ итә. Теүәл фәндәр оҡшай икән. Ошо ике улы менән йәй буйы умарта ҡараған да инде аталары. Ҡортсолоҡтоң ниндәй яуаплы эш икәнен бал ҡорттары тотҡан кеше генә беләлер. Уның ҡарауы, бал һатыуҙан күпме килем алырға була?! Тик быйыл йүкә сәскәһен ҡорт ашап, йүкә балы әҙерәк шул.
Умарталыҡ тирәһендә шартый күп булған. Ҡыҙҙар унда 15 – 20 биҙрә еләк йыйып, район үҙәгенә алып барып һатҡан.
Быйыл бер баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн 20 мең һумдан ашыу аҡса кәрәк, тип иҫәпләп сығарғайнылар. Ә 8 баланы әҙерләү өсөн күпме кәрәк?! Һәр береһенең ҡулында телефон да булырға тейеш. Әйткәндәй, йыш ҡына экранға төбәлеп ултырырырға тура килһә лә, был ғаиләлә китап уҡырға ла яраталар. «Китап уҡыу яман ҡыҙыҡ икән ул, бер башлаһаң, айырылып булмай», – ти Гөлиә менән Салауат. Бәләкәйерәктәр ҙә китапхананан үҙҙәренә ярашлы әҫәрҙәр алып уҡый.
Аҡса етмәй, тип зарланмай Йәғәфәровтар. Үҙҙәре лә эшләп, килем алырға тырыша, хөкүмәттән дә балаларға түләүҙәр бар.
Ике яҡтан да өләсәй һәм олатайҙары ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып бөтә алмай. Тик күмәк булғас, Янһарыға элекке кеүек йыш йөрөй алмай шул балалары, күберәк өләсәйҙәре үҙҙәре килә. Яңы Монасиптағы олаталарының иһә өйҙәре янып китеп, бәләгә тарыған. Яҡын булғас, уларға балалар йыш барып йөрөгән дә ул...
Картуф баҡсаһы артынан ғына йәмле Ағиҙел ағып ята. Йәйгеһен йәшелсә, емеш-еләк баҡсаһында тирләп-бешеп эшләп арығас, шунда рәхәтләнеп һыу инергә баралар. Ошондай ожмах кеүек ерҙә йәшәү ҙур бәхет бит!
Яңыраҡ ил Президенты Владимир Путин да «Герой-әсә» маҡтаулы исе­мен кире ҡайта­рыу тураһында бойо­роҡ сығарҙы. 10 ба­ла тәрбиәләгән әсәгә 1 миллион һум аҡса түләнәсәк. Шәп бүләк инде.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.

"Ун балам — ун бармағым"
"Ун балам — ун бармағым"
"Ун балам — ун бармағым"
"Ун балам — ун бармағым"
"Ун балам — ун бармағым"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: