+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
1 Октябрь 2022, 11:00

Байрамың менән, ҡартәсәй!

Мин мәктәптән ҡайтыу менән йүгереп ҡартәсәйемә инәм. Ул күрше өйҙә генә йәшәй. Мине көтөп кенә  тора. Ҡартәсәйем өйҙә булмаһа, шул тиклем ҡыйын. Былтыр ул ауырып дауаханала ятҡайны, көндәрем ҡояшһыҙға әйләнде. Көн дә тиҙерәк төҙәлеүен теләп йөрөнөм.

Байрамың менән, ҡартәсәй!
Байрамың менән, ҡартәсәй!

Ҡартәсәйем ҡайтҡас, нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ икән! Шул тиклем һәйбәт кеше инде үҙе. Миңә әкиәттәр һөйләй. Уның белмәгән нәмәһе юҡ, китапты күп уҡый. Ауылда бүләкләгән “Иң күп китап уҡыусы” тигән Маҡтау ҡағыҙы ла бар. Миңә лә “Йәншишмә” гәзитен һәм “Аҡбуҙат” журналын яҙҙыра. Ҡайһы ваҡыт бергәләп уҡып алабыҙ ҙа шунан сәй эсәбеҙ. Ул мине тәмлекәстәр менән һыйлай.

Ҡартәсәй, һине Ололар көнө менән ҡайнар ҡотлайым. Үҙеңде ныҡ яратам, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем. Гел шулай мине көлөп кенә ҡаршы алып тор, йәме, ҡартәсәй!

 

Ирхан Таһиров, IV синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: