+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
1 Октябрь 2022, 12:00

Ун ике йәшенән ат ҡараған

Ир-аттар араһында ауылдың иң өлкән, хөрмәтле кешеһе ул Ғилметдин бабай Ситдиҡов. Һаулығына зарланмай, 92 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәйбәт кенә донъя көтөп ята. Әлбиттә, хәҙер бөтә эшен тиерлек балалары баш­ҡара. Әммә йорт-ҡураны тәртиптә тотоуҙа яуаплылыҡты үҙ иңенән төшөрмәгән әле ул. Саҡ ҡына кәртәһе ҡыйшайғанын күреп ҡалһа, төҙәттерә һала. Картуф ҡаҙғанда ла ситтән генә ҡарап тормай, ярҙамлашып йөрөгән. Аты ла бар әле уның, нисек инде ауылда йәшәп, аҙбар буш торһон?! Күңелһеҙ бит улай. Беҙҙең әсәй-атайҙар, өләсәй-олатайҙар күп итеп мал тотоп өйрәнгән шул. Һыйырһыҙ, атһыҙ улар үҙҙәрен етем кеүек тоя, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Малдарын, ҡош-ҡорттарын ғаилә ағзаһы һымаҡ тәрбиәләп кенә торалар ине. Ғилметдин бабайҙың тәүге эш урыны ла ат фермаһы менән бәйле.

Ун ике йәшенән ат ҡараған
Ун ике йәшенән ат ҡараған

Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ беҙ уның менән. Оло йәштәге кешенән мөмкин тиклем күберәк белергә тырыштым. Үҙҙәре тарих бит өлкәндәр. Шуныһы һоҡландыра: күп ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләп, энәһенән-ебенә тиклем еткерҙе.
– Һеҙҙең бала сағығыҙ һуғыш ваҡытына тура килгән бит инде, Ғилметдин бабай, белем алыу бәхете эләктеме һуң? – тип ҡыҙыҡһынам.
1930 йылдың 8 мартында Бөрйән районы Ташлы утарында тыуған ул. Гөлмәнеүәр һәм Ғизметдин Ситдиҡовтар ғаиләһендә 5 бала үҫкәндәр.
– Тәүҙә Ҡурғашлыла йәшәнек, шунан колхозлашыу башланғас, Брәтәккә күстек. Биш бала инек: мин, Шәүрә, Рамаҙан, Маһира, Шәһиҙә. Мәктәп 4 йыллыҡ бул­ғас, V синыфты киске уҡыу менән саҡ тамамлап ҡуйҙым, – ти бабай.
– О-о-о, ул осор өсөн яҡшы ғына белем алғанһығыҙ бит. Һуғыш ваҡытында үҫмер саҡтан эшләй башларға тура килгәндер әле...
– 1942 йылда атайым һуғышҡа китте. Көҙ, ноябрь ине булһа кәрәк, сана юлы төшкәйне. Атайымды Бөрйәнгә (район үҙәген шулай тип йөрөтәләр) саҡырттылар. Мунса инеп, әҙерләнеп тороғоҙ, тип ҡайтарғандар. Бер-ике көндән ауылға 70-ләгән ылау килеп төштө. Район буйлап йыйылғандар инде. Беҙҙекеләр ҙә ҡушылды ла артабан Стәрле яғына ҡарай киттеләр. Хәрби комиссариаттан Алтынбаев тигән кеше оҙатып йөрөй ине фронт­ҡа китеүселәрҙе. Беҙ күпергә тиклем арттарынан эйәреп барҙыҡ. Магазин эргәһендә Халиҡов Йосоптоң атаһы Хафиз бабайҙың ҡурай уйнап торғаны әлегеләй күҙ алдында, – тип бер нөктәгә төбәлеп, хәтирәләрен теҙҙе бабай. – Бер-ике көн торғас, Ҡотлоғәләм бабай килде лә, улым, фермаға барып, атайың урынына аттарҙы ҡарап тораңмы әллә, тине. Миңә 12 йәш ине. Туҡта, олатайыма барып һорашайым да ул, бар, тиһә, барырмын, тип яуапланым. Ғибәҙетдин олатай, бар­һаң, бар һуң, уҡымайһың бит инде, исмаһам, нормаһы ла булыр, тине. Шунан әсәм табикмәктәр бешереп, кәртүк, тирмәндә тартҡан арыш ярмаһын һалып, киттем мин ат ҡарарға. Күп булһа, бер аҙна йөрөрһөң, шунан кеше табырбыҙ, тигәйнеләр. Бер аҙна ғына түгел, ай үтте, эшемде дауам иттем. Март айҙарында фермаға военкоматтан килделәр. Пётр Слепов колхоз рәйесе ине, ул да бар. Күҙе зәғиф булғанлыҡтан, һуғышҡа алынмай то­роп ҡалғайны. Аттарҙы сығарып, бейеклектәрен, буйҙарын үлсәп, өйөр айғырын, тағы бер етлеккән тайҙы сығарып бәй­ләп ҡуйҙылар. Уларҙы һуғышҡа ебәрергә алып киттеләр. Яҙ булғансы, ҡар иреп, ер асылғансы, аттар көттөм. Ул ваҡытта бүре күп була тор­ғайны, ҡолондарҙы тәләфләй башланылар. Шул сағында ҡур­ҡыныс та ине.
Бер ҡайтҡанымда әсәйем, ҡайт, өйҙә эш күп, тигәс, рөхсәт алып, үҙебеҙҙең ауылда эш башланым.
Ул ваҡыттарҙа өйҙө бикләп, һыйырҙар­ҙы ла үҙебеҙ менән ҡыуып алып китеп, ҡырҙа көҙгә тиклем бесән эшләй инек. Бәҙриямал апай – звено башлығы, әсәйем, Гөлмәнеүәр, Бәлхизә инәйҙәр, Хәҙисә, Фатима, Һәҙиә, Ғилминиса апайҙар менән беҙ, малайҙар, мал аҙығы әҙерләнек...
Бына шулай бәләкәйҙән эшләргә тура килгән һуғыш осоро балаларына. Ғилметдин бабай атаһының яуҙан Еңеү менән, бер ҡулын күкрәгенә аҫып ҡайтҡанын да иҫләп алды. Һуғыштан һуң ауылда «1 май» исемле промартель асыла. Ир-аттар күберәк ағас эше – бүрәнә ҡырҡыу, ташыу, пилорамала быстырыу менән булһа, бүтәндәр һалабаштан ҡап, септә һуға. Ғилметдин бабай ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып эшләй, алдынғылар рәтендә булып, фотоһы Почёт таҡтаһынан төшмәй. «Шул осорҙа етеш йәшәнек», – ти ул. 60-сы йылдарҙа артелдәрҙе бөтөрөп, өс ауылды берләштереп, колхоз төҙөйҙәр.
Ғилметдин бабай 1950 йылда әрмегә алынып, Сахалинда һәм Курил утрауҙарында хеҙмәт итә.
1970 йылда уға «Атҡаҙанған колхозсы» тигән исем бирелгән, миҙал менән бүләкләнгән. Шәүрә инәй менән 8 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. «Беҙгә бер ҙә тауыш күтәрмәнеләр, әрләмәнеләр, хеҙмәт менән тәрбиәләнеләр», – ти балалары. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәр­ҙәре лә күп. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ғилметдин Ғизметдин улы әле лә гәзит алдырып уҡый, телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡарап бара, донъя хәлдәрен белеп тора. Фильмдарҙың һуғыш тураһындағыһын ярата.
– Үҙегеҙҙең бала саҡ менән бөгөнгө быуынды сағыштырып ҡарағанда нимә әйтер инегеҙ? – тигән һорауға Ғилметдин бабай былай тип яуапланы:
– Беҙ перолы ручка менән гәзиттең ситтәренә яҙа торғайныҡ. Ҡараны имән ҡайырын һыуға ебетеп, ҡором ҡушып, үҙебеҙ эшләй инек. Хәҙерге балаларҙың бөтә мөмкинлектәре бар. Өҫ-баш бөтөн, тамаҡ туҡ. Уҡыу-яҙыу әйберҙәре етерлек. Шул тормоштоң ҡәҙерен белһендәр. Балалар тырышып уҡыһын. Донъялар тыныс бул­һын инде.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: