+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
14 Октября 2022, 11:50

Үҙен һағынып ҡайтам

Әсәйем тегенсе һөнәрен үҙләштергәс, Түбә ауылында теген фабрикаһында эшләгән. Хәҙерге көндә ул хаҡлы ялда, өй хужабикәһе. Атайым менән Муллаҡай ауылында гөрләтеп донъя көтәләр. Биш балаға ғүмер биргәндәр. Әсәйем буш ваҡытында беҙгә төрлө бәлештәр, тәмлекәстәр бешерә.

Үҙен һағынып ҡайтамҮҙен һағынып ҡайтам
Үҙен һағынып ҡайтам

Ул ныҡ уңған, йәй етһә, күп итеп ҡорот эшләп, ҡышҡылыҡҡа туңдыра, төрлө салаттар, һуттар әҙерләй. Ә йорт-тирәбеҙҙе матур-матур сәскәләр биҙәй. Ҡыш етһә, төрлө түшәктәр бәйләй. Олатайыма оҡшап, шундай егәрле, өлгөр һәм бөтмөр кеше инде үҙе.
Мәктәптән ҡайтыуымды сәй ҡайнатып көтөп ала, һәр саҡ йылмайып ҡаршылай. Уҡыуым менән ҡыҙыҡһына, дәрес әҙерләгәндә ярҙам итә. Кәрәк саҡта кәңәш бирергә лә онотмай.
Әсәйемде ныҡ яратам. Ҡайҙалыр барһам, үҙен һағынып ҡайтам.

Илзинә ХИСМӘТУЛЛИНА, X синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Муллаҡай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас