

– Атайҙар көнө айҡанлы, Баймаҡтағы 4 -се лицейҙың спорт залында V “Б” синыфы уҡыусылары, атайҙар һәм әсәйҙәр командалары араһында эстафета үткәрелде. Ярыш бик сәмле барҙы. I урынды атайҙар командаһы яулаһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы уҡыусылар һәм әсәйҙәр бүлеште.
Эстафетанан һуң атайҙар командаһы XI синыф уҡыусылары һәм уҡытыусылар командалары менән волейбол уйнаны һәм II урын яуланы.
Уҡыусылар атайҙарға үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы. Ошондай матур сара үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн ата-әсәйҙәр комитеты ағзаларына, физкультура уҡытыусы Азат Әхәт улы Сыңғыҙовҡа һәм мәктәп администрацияһына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлгөнә Яҡшыбаева.
Фото: vk.com