+13 °С
Дождь
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
16 Октября 2022, 10:09

Ғаиләбеҙ тотҡаһы

Мәләүез ҡалаһынан Самир Латиповтың атаһы тураһында яҙмаһын уҡып ҡарағыҙ, дуҫтар.

Ғаиләбеҙ тотҡаһыҒаиләбеҙ тотҡаһы
Ғаиләбеҙ тотҡаһы

Донъялағы бар атайдан
Яҡшыһыңдыр, һин атай...

Атайым - беҙҙең ғаиләнең хужаһы,тотҡаһы! Ул әсәйемә, миңә терәк.
Минең атайым Ишембай районы Әптек ауылында куп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Шуға күрә бәләкәйҙән туған йәнле, түҙемле, мәрхәмәтле, иғтибарлы, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә.
Атайым һөнәре буйынса төҙөүсе. Алтын ҡуллы, үтә лә һиҙгер, нескә күңелле, үҙ һөнәренең оҫтаһы ул. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уны хөрмәт итеп «Алтын ҡуллы Тимерғәли» тиҙәр.
Беҙ уның менән һәр ваҡыт бергә. Мине төрлө түңәрәктәргә, конкурстарға, сығыштарға йөрөтә. Минең бөтә уңыштарымда, еңеүҙәремдә атайымдың өлөшө бик ҙур.
Өй эштәрен дә бергә башҡарабыҙ. Ул үҙе башҡарған эштәргә мине ылыҡтыра. Әлеге көндә атайым өй ремонтлай, мин уға ярҙам итәм. Ҡайҙа тотошоп, ҡайҙа кәрәкле әйберҙәрен биреп торам. Атайым мине маҡтай.

– Һин, минең оло ярҙамсым!-ти.
Атайым баҡса тултырып еләк-емешен дә үҫтерә. Ҡышҡылыҡҡа тәмле-тәмле ҡайнатмалар, салаттар әҙерләй. Уның бешергән аштары телеңде йоторлоҡ. Эйе, эйе был минең атайым тураһында... Сөнки, әсәйем ауырып тушәккә ятҡас, атайымдың иңдәренә бөтә эш тә төштө. Шулай уҡ әсәйемде ҡарау һәм тәрбиәләү ҙә. Атайыма ҡарап мин һоҡланам һәм уның менән ғорурланам. Ул тиклем сабырлыҡты, түҙемлекте ҡайҙан ала икән!?
Атайыма арнап шиғри юлдар ҙа яҙҙым:
Минең атайым - изге кеше,
Һоҡланғыс, көслө рухлы.
Яратмаҫҡа мөмкин түгел,
Бар яҡлап та булдыҡлы.

Тәртипле лә, аҡыллы ла,
Шәптәрҙең ул иң шәбе.
Ҡулынан алтын ҡойола,
Ғорурлығы ғаиләнең.

Атай мине бик ярата,
Күп һөнәргә өйрәтә
- Бына шулай эшләйҙәр,- тип
Һәр эште лә аңлата.

Атайҙар булһа донъяла,
Бына шундай булһындар.
Балалары өсөн һәр саҡ
Үрнәк булып торһондар.
-Алма ағасынан йыраҡ төшмәй,- ти өләсәйем. – Һин дә атайыңа оҡшаһаң, шәп егет булырһың. Кеше эшкә, хеҙмәткә ата-әсәһенән өйрәнә.
Ошондай атайым булыуына мин сикһеҙ бәхетлемен!!! Беҙгә һин кәрәк, атайым, бик кәрәк.

Самир ЛАТИПОВ,

III синыф уҡыусыһы.

Мәләүез ҡалаһы,

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы.

Фото: whatsapp.com

Са

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас