

Минең атайым Илнур Хәләл улы Йәүғәстин 1981 йылда Ғүмәр ауылында ябай ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуған. Биш ҡустыһына ағай ғына түгел, атай урынына ла ҡалған ул. Ярат ауылында 11 йыллыҡ мәктәпте тамамлап, әрме сафына алына. Ставрополь ҡалаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрһә, яҙмыш һынауы буйынса Чечня һуғышына эләгә. 9 ай хеҙмәт итеп, 2000 йылдың сентябрь айында тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була. 2005 йылда әсәйем менән ғаилә ҡороп, беҙгә, өс балаға, ғүмер бүләк иткәндәр.
Йүнсел, эшһөйәр атайым үҙ тырышлығы менән Баймаҡ ҡалаһында ике ҡатлы ҙур, күркәм өй һалды. Ул – бик ярҙамсыл, дәртле кеше. Һәр эште лә еренә еткереп атҡара. Әле бына тағы ла Тыуған илен һаҡлар өсөн атайым мобилизация һалдаты булып яуға китте. Уға аҡ юл, яҡты күк, имен-аман йөрөп ҡайтыуын теләйем. Уны ашҡынып көтәм!
Мин атайымды шул тиклем ныҡ яратыуымды эргәмдә булмағас, нығыраҡ төшөндөм. Атайҙарыбыҙ еңеү яулап, имен-һау тиҙерәк ҡайтһындар ине. Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа атайлы булып йәшәүҙәрен теләйем.
Азалиә Йәүғәстина, IV “Б” синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 5-се мәктәп.
Фото: hakmar.ru