+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
18 Октябрь 2022, 16:55

Ярай әле эргәмдә атайым бар

Күктәге ҡояш һымаҡ,

Ярай әле эргәмдә атайым бар
Ярай әле эргәмдә атайым бар

Атайым да берәү генә!
Һаҡлаусым да, яҡлаусым да
Һин, атайым, бергенәм!
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тиҙәр. Ошо һүҙҙәр минең атайыма тап килә. Сөнки ул ниндәй генә эшкә тотонмаһын, еренә еткереп, яҡшы итеп башҡара. Шундай оҫта ҡуллы кеше үҙе. Атайымдың исеме – Фәнүр. Ул әрменән ҡайтҡас, нефт­се һөнәрен үҙләштерә. Бына инде хеҙмәт стажы егерме йылдан ашып китте. Ныҡ яуаплы, эшен яратып, бар көсөн биреп, намыҫ менән баш­ҡара. «Минең атайым», – тип ғорурланып әйтәм. Сөнки баһадир кәүҙәле, көләс йөҙлө, батыр йөрәкле кеше ул. Ә иң мөһиме – тыныс холоҡло.
Атайым бар ергә лә өлгөрә. Бөтә көсөн түгеп, мунса, гараж һалды, әле ҙур йорт төҙөй. «Һә» тигәнсе әсәйемә ағастан гөл һауыттары, эскәмйә эшләп бирҙе. Берәй әйбер ватылһа йә боҙол­һа, тиҙ генә төҙәтеп ҡуя. Әсәйем эштән ҡайт­ҡансы ашарға бешереп тора.
Ул – минең өсөн һәр ваҡыт терәк һәм таяныс. Үҙен ныҡ яратам, хөрмәт итәм. Һин булған­ға, атай, минең тормошом матур, бәхетле һәм имен. Ярай әле эргәмдә һин бар.

Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: