+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Октябрь 2022, 09:30

Игеҙәк ҡыҙҙар донъяны биҙәр

2009 йылдың 13 октябре – Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы менән Рәжәп Әнүәр улы Ҡотләхмәтовтар өсөн иң иҫтәлекле көн, сөнки уларҙың игеҙәк ҡыҙҙары тыуа.Йәш ғаилә бәләкәстәрен һау-сәләмәт үҫтереүгә бар көсөн һала. Ә был еңелдән түгел. Береһен тынысландырып, йоҡлатҡан арала икенсеһе уяна. Ҡай­һы саҡта бәпестәр бер юлы яу һала, шул ва­ҡытта әмәлен табаһың, икеһенә лә иғтибарҙы тигеҙ бүләһең.

Тәүге көндәрҙә игеҙәктәрҙе Ләйсәндең бер туған апаһы ҡараша. Стәрлебаш, Көйөргәҙе райондарында йәшәүсе олатай-өләсәйҙәр ҙә ейәнсәрле булыуҙарына һөйөнөп бөтә алмай, яр­ҙамдарынан өҙмәйҙәр.
Баштараҡ Гөлнара менән Илнараны тик ата-әсәһе генә айыра. Башҡалар кеме – Гөлнара, кеме Илнара икәнен аныҡ ҡына әйтә алмай. Атай менән әсәй тиҙерәк таныу уйы менән тәнәйҙәренең маңлайына йәшел, ҡыҙыл төҫлө ҡара менән төртөп ҡуя. Ярай әле 5 йәшкә етеүгә Илнараның танауына Хоҙай бер миң билдәһе насип итә. Ҡәҙерлеләрен үҫтергәндә йәш ата-әсә төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарый. Ата кеше иртән эшкә сыҡҡанында ике урынлы үҙ коляскаларының урамда тороуын шәйләп ҡала. Баҡ­һаң, саф һауала йөрөп ингәндән һуң балаларҙы өйгә ташығанда ул тышта онотолоп ҡалған икән...
Кескәйҙәр имгәкләп йөрөй башлағас, бөтә аяҡ кейемдәрен йәшереп ҡуйыр­ға тура килә. Ике ҡыҙ ҡулына эләккән әйберҙәр иҙәнгә тула шул. Телдәре асыла төшкәс, улар алдына сығырмын тимә! Береһенән-береһе уҙҙырып, үҙҙәренсә тәтелдәшәләр, үҙҙәренсә аңлашалар!.. Бәләкәйҙән сос була улар. 3 – 4 йәшлек саҡтарында ғаилә Себер яҡтарында йәшәп ала. Балалар баҡсаһында тәрбиәселәре һәр береһенән һорай икән: «Атайығыҙҙың исеме нисек? Ҡайһы яҡтан килдегеҙ?» – тип. «Иван, Пётр, Александар, Андрей...» тигән яуаптарҙы ишеткән Илнара, сират үҙҙәренә килеп еткәс, апаһынан алда: «Нашего папу зовут Максим», – тип ышаныслы яуап биргән. Атаһын Рәжәп тиер ине, «р» хәрефен әйтә белмәй («Жәпәт» тип булмай бит). Гөлнара: «Мы прие­хали из Шипая», – тип ҡушылған. Башҡортостанданбыҙ, тип әйтеү тиҙ генә башына килмәгән. Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылын халыҡ телендә «Шипай» тип йөрөтәләр икән. Тәрбиәсе быларҙы ала килгән әсәләренән: «Һеҙҙең ирегеҙ урыҫмы? Шипай ниндәй ҡала ул?» – тип һораған. Ҡыҙҙарының тапҡыр яуабына ҡыуанған әсә барыһын да аңлатып биргән. Уҡыуға төшкәс, уҡытыусы игеҙәктәрҙең үҙҙәренән һорай икән: «Баһаны кемегеҙгә тип ҡуяйым?» Төҫ яғынан оҡшашлыҡҡа һылтанып, ҡыҙҙар­ҙың мутлаш­ҡан осраҡтары ла булғандыр. Әлегә улар был серҙәрен асманы.
Быйыл Гөлнара һәм Илнара Ҡотләхмәтовалар Стәрлетамаҡ ҡалаһының 20-се мәктәбендә VI «Б» синыфында уҡый. Икеһе лә тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшә. Әҙәбиәт дәрестәрен көтөп алалар. Гөлнара инглиз теленә өҫтөнлөк бирә, компьютерҙы үҙ итә. Илнара тарих менән ҡыҙыҡһына, берәй эш башҡарыр алдынан төплө уйлап ала. Ҡай­һы саҡ әсәһенә лә урынлы кәңәштәр биргеләй.
Был игеҙәктәр аэробика, волейбол түңәрәктәрен­дә лә шөғөлләнгәндәр, саң­ғыла йөрөргә әүәҫтәр. Иллюстрациялар төшөрөү­гә оҫталар. Аш-һыу әҙерләү­ҙә, йорт эштәрендә әсә­ләренә оло ярҙамсылар. Ауылға ҡайтҡан арала ла ҡул ҡаушырып ултырмай­ҙар, башҡармаған эштәре юҡ.
Бер төрлө кейемдә килгән ҡыҙҙарҙы урамда осратҡан инәй-апайҙар улар­ҙы тотоп һөйөп китә. Гөлнара менән Илнараның маҡсаттары ҙур. Киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайламаҡсылар.

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Игеҙәк ҡыҙҙар донъяны биҙәр
Игеҙәк ҡыҙҙар донъяны биҙәр
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: