+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
22 Октября 2022, 09:45

Күгәрсендәрҙәй гөрләшеп

Ата-әсә – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө, тиҙәр. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-береңде һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Тап ана Шайморатовтар ғаиләһе кеүек.

Күгәрсендәрҙәй гөрләшепКүгәрсендәрҙәй гөрләшеп
Күгәрсендәрҙәй гөрләшеп

Эльвира Исмәғил ҡыҙы менән Ривәл Вәли улы Шайморатовтар Әлшәй районының Раевка ауылында күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтә. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, һөйөү тулы ҡараш менән баҡҡан матур, уңған был парға күптәр һоҡланып ҡарай. Шул тиклем ихлас, кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле бит үҙҙәре. Туғандары, дуҫтары өсөн йән атып торғас, ҡунаҡсыл йорттарынан кеше өҙөлмәй. Әйткәндәй, Шайморатовтар үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур, күркәм өй һалып сыҡҡан. Һәр нәмәне ентекләп уйлап, зауыҡ менән заманса итеп эшләгән улар. Күңел йылыһын һалып төҙөгән йорттары хәҙер әллә ҡайҙан балҡып, тирә-яҡты йәмләп ултыра. Ә тәҙрәләренән яҡтылыҡ, йылылыҡ, нур бөркөлгәндәй.
Бәхетле ғаиләлә береһенән-береһе һөйкөмлө, аҡыллы, алмалай өс бала үҫә. Ата-әсә һөйөүенә, наҙына төрөнөп ҡанат нығыта улар.
Эвелина – V, Аделина II синыфта Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында белем ала. Икеһе лә яҡшы уҡый, әүҙемдәр. Лицейҙарында үткәрелгән барлыҡ сараларҙа, бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашалар.
Эвелина Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадала математика, урыҫ теле, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү фәндәренән яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Тасуири шиғыр һөйләү, инша яҙыу кеүек бәйгеләрҙә лә һынатмай. Әллә күпме диплом, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Аделина спорт менән дуҫ. «Ыласын» спорт һарайына аэробикаға йөрөй. Быйыл икенсе йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, күп ярыштарҙа ҡатнашып, уңыштарға ла өлгәшкән. Әле яңыраҡ ҡына Күмертау ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы кубогына ойошторол­ған ярышта үҙ тиҫтерҙәре араһында I урынға лайыҡ булған. Ҡул аҫтындағы материалдарҙан төрлө сувенирҙар, композициялар эшләргә лә әүәҫ Аделина. Ошо йүнәлеш буйынса Пионерҙар йортонда уҙғарылған бер сараны ла ҡалдырмаҫҡа тырыша, эштәре менән еңеүҙәр яулай.
Эвелина сигеү сигә, сейләндән биҙәүестәр яһай. Йыр-бейеүгә лә маһир, ҡумыҙҙа уйнарға ла өйрәнеп алған.
Үҙ-ара бик татыу, дуҫ ҡыҙҙар. Әхирәттәр кеүек үҫәләр. Ҡустыларын да бик ярата улар, һәр саҡ ҡарап, ҡурсалап ҡына торалар. Ике йәшлек Радик 4-се балалар баҡсаһына йөрөй. Апайҙарын һағынып ҡайта, тәтелдәп һүҙе бөтмәй.
Әле декрет ялында ултырған Эльвира Исмәғил ҡыҙы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Тормош иптәше вахта ысулы менән баш ҡалала эшләгәс, йорт та, балалар ҙа күберәк уның иңендә.
– Аталары эштә саҡта ауырыраҡ. Ярай әле машина йөрөтәм. Лицей беҙгә алыҫ ҡына, иртәнсәк ҡыҙҙарҙы уҡырға, бәләкәйен балалар баҡсаһына илтеп ҡуям. Дәрестәрҙән һуң түңәрәктәргә алып барам. Шулай көндөң үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Балалар тип тырышабыҙ инде. Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарым эшкә яраны. Өйҙә улар – алыштырғыһыҙ ярҙамсыларыбыҙ. Һауыт-һаба, иҙән йыуалар, бүлмәләрен тәртиптә тоталар, ашарға бешерергә лә ярҙам итәләр. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеүҙәре яҡшы инде, – ти хужабикә.
Шайморатовтар балаларын рухлы, телһөйәр, илһөйәр итеп үҫтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған. Өйҙә тик туған телдә генә арала­шалар, баш­ҡортса йырҙар тыңлайҙар, китаптар уҡыйҙар. Әлегә тиклем «Аҡбуҙат» журналын алдырғандар, тиҙҙән улар­ға «Йәншишмә» гәзите лә килә башлаясаҡ.
– Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Шуға ла баланың теле әсә телендә асылырға тейеш, тигән ҡараштабыҙ. Улар бәләкәйҙән баш­ҡортса һөйләшеп, телебеҙҙең ни тиклем матур, бай, нәфис икәнен белеп, тойоп, аңлап үҫергә тейеш. Шул саҡта ғына ул йәшәйәсәк, киләсәге өмөтлө, тиергә була, – ти Шайморатовтар.
Хаҡ һүҙҙәр. Теле барҙың – иле бар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ә илебеҙ тап Шайморатовтар кеүек татыу, мөхәббәтле, бәхетле, рухлы ғаиләләр менән күркәм дә.

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас