+16 °С
Ямғыр
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
24 Октябрь 2022, 06:15

Янына ашҡынып барам

Өләсәйем Вәрисә Саҙрисламова Өфө районының Жуков ауылында йәшәй. Ял етеү менән янына ашҡынып барам, уның менән шул тиклем рәхәт, күңелле. Мине тәмлекәстәр менән һыйлай, икәүләшеп шашка уйнайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ.

Өләсәйем оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләгән, хәҙер инде хаҡлы ялда. Әммә һис кенә лә тик ултыра белмәй. Яҙҙан алып көҙ еткәнсе баҡсанан инмәй. Уңған бул­ғас, йорттары ла шау сәскәгә күмелеп ултыра. Ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫтермәй ул!
Матурлыҡ яратҡан, изгелек таратҡан, йомарт, ихлас өләсәйемде ныҡ яратам. Уға сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем.

Әмирхан САҘРИСЛАМОВ.
Өфө ҡалаһы, 31-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас