+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
18 Ноябрь 2022, 12:10

Әлдә яныбыҙҙа ҡартатайыбыҙ бар

Ғаиләбеҙ ҙур ғына – 6 кеше. Минең атайым, әсәйем, ҡустым Илсур, ҡартатайым һәм ҡартәсәйем бар. Ныҡ татыу йәшәйбеҙ. Зиннәт ҡартатайым һәм Сибәрбикә ҡартәсәйем эргәбеҙҙә булғас, беҙҙе ҡурсалап ҡына тора.

Атайым Себерҙә вахта ысулы менән эшләй ине. Күптән түгел ул Тыуған илебеҙҙе һаҡлар өсөн мобилизация һалдаты булып яуға китте.
Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, тыныслыҡ урынлашһын ине. Атайымдың ҡайтҡанын һағынып көтәбеҙ. Ул өйҙә булмағас, беҙгә ныҡ ҡыйын. Кәрәкмәй беҙгә атайһыҙ көндәр. Әлдә яныбыҙҙа ҡартатайыбыҙ бар. Әле уға һыйынабыҙ.

Зөлхизә ТЕЛӘҮСИНА, II cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ишмырҙа мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: