+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Ноябрь 2022, 12:40

Икеһен дә яратам

Минең ике өләсәйем бар. Әсәйемдең әсәһе – Лилиә, атайымдың әсәһе Зөлфиә исемле. Улар Стәрлебаш районында йәшәй.

Икеһен дә яратам
Икеһен дә яратам

Икеһен дә бик яратам. Эшһөйәр, изге күңелле, ярҙамсыл, сабыр, оло йөрәкле кешеләр бит үҙҙәре. Ауылға ҡайтыуыбыҙҙы һағынып көтөп алалар, тәмле аштары менән һыйлайҙар. Беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен, һәр ваҡыт изгелекле булырға өйрәтәләр.
Лилиә өләсәйем хаҡлы ялға сыҡҡансы һатыусы булып эшләгән. Ул йылы ойоҡбаштар, шәл, бейәләйҙәр бәйләй.
Зөлфиә өләсәйем ауылда фельдшер булған. Шәп баҡсасы ла үҙе.
Мин улар менән ғорурланам. Икеһен дә хөрмәт итәм, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

Ильяс МӨХӘМӘҘЙӘРОВ.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Икеһен дә яратам
Икеһен дә яратам
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: