+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
25 Ноябрь 2022, 10:10

Бәхетлемен!

Мин – донъяла иң бәхетле бала. Сөнки өләсәйҙәрем күп. Әсәйемдең әсәһе ауылда тора. Уға гел ҡош-ҡорт ҡарарға ярҙам итәм, йәй көнө түтәлдәргә һыу һибәм, сүп утайым, көтөү көтөшәм.

Бәхетлемен!
Бәхетлемен!

Ә атайымдың әсәһе ҡалала йәшәй. Уға барһаң, һәр ваҡыт тәмлекәстәр менән ҡаршы ала.
Өләсәйемдәрҙең әсәләре, йәғни минең ҡарт өләсәйемдәр ҙә бар. Берәүһе йәйҙе – ауылда, ҡышты ҡалала үткәрә. Улар менән шундай күңелле. Үҙҙәренең бала саҡтары тураһында төрлө хәтирәләр һөйләйҙәр, һәр ваҡыт кәңәштәрен бирәләр.
Мин уларҙың барыһын да яратам, өләсәйҙәремә оҙон ғүмер теләйем.

Данил СИСИН,
IV синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: