+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
27 Ноября 2022, 12:25

Бәхетлемен!

Әсәйем Ғәлиә Ишмырҙа ҡыҙы Нәбиуллина Хөсәйен ауылында етенсе бала булып донъяға килгән. Ғаиләһендә улар 4 малай һәм 5 ҡыҙ үҫә.

Бәхетлемен!Бәхетлемен!
Бәхетлемен!

Беҙ Шығай ауылында йәшәйбеҙ. Әсәйем апайыма, миңә, ҡустыма ғүмер бүләк иткән.

Иң яҡын кешем мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Уның бешергән аштары, икмәк-булочкалары бик тәмле. Туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ әсәйем  бешергән төрлө рызыҡтарҙы бик  маҡтап бөтә алмай. Ысынлап та, аш-һыуға бик оҫта шул. Яңыраҡ өләсәйемдең рецебы менән буҙа ҡойоп, барыбыҙҙы ла һыйланы. Телеңде йоторлоҡ тәмле ине был эсемлек!

Ҡустым менән миңә һәр саҡ иғтибарлы, кәрәк икән, дәрес әҙерләргә лә ярҙам итә. Бик күпте белә үҙе.

Изге күңелле, мөләйем, яғымлы әсәйем булыуы менән бәхетлемен.

Динислам СӘЙҒӘФӘРОВ.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Фото: fondholyland.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас