+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
27 Ноябрь 2022, 14:05

Донъяла берәү генә!

Әсәйемдең исеме Венера. Уға 38 йәш. Ҡулдары алтын уның. Бешергән торттары, бәлештәре иҫ китмәле була.

Донъяла берәү генә!
Донъяла берәү генә!

Әсәйем Шығай мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Физультура, рәсем, йыр дәрестәрен алып бара. Эшен бик ярата ул.

Ләйсән апайым менән ауырып китһәк, яныбыҙҙан китмәй. Йүгереп йөрөп, дарыуҙарын да таба һалып дауалай. Йылы ҡулдары менән башымдан һыйпап ебәрһә, ауырыуҙарым, арығанлыҡтарым юҡҡа сыға төҫлө.

Ниндәй генә эшкә тотонһам да һәр саҡ ҡеүәтләп тора. Уйынға әүрәп, оҙаҡлап китһәм, көйөп тә ала. Шуға уның кәйефен төшөрмәҫкә тырышам.

Һеҙ ҙә әсәйҙәрегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ, дуҫтар! Ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ! Улар донъяла берәү генә бит!

 Айсар ҒИБАТОВ, VI синыф уҡыусыһы.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: