+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
27 Ноябрь 2022, 11:25

Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек!

Минең өсөн иң яҡын, иң матур, иң яғымлы, иң наҙлы кеше ул – әсәйем. Исеме - Гөлдәр. Гөл менән биҙәлгән тигәнде аңлата. Ысынлап та, шулайҙыр.

Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек!
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек!

- Дүрт сәскәм булғас, һеҙҙең арағыҙҙа гөл менән биҙәлгәнмен инде, - ти беҙгә йылмайып .
Әсәйем - өй хужабикәһе. Ул биш бала тәрбиәләй. Һәр беребеҙ өсөн өҙөлөп тора. Йылы наҙҙарын, һөйөүөн йәлләмәй. Көн дә тәмле-тәмле ризыҡтар менән һыйлай.
Әсәйем өйҙә генә торһа ла, эше бик күп уның.Шуға һәр саҡ ярҙам итәбеҙ .Мин иҙән йыуам, саң һөртәм, гөлдәргә һыу ҡоям, ашарға ла әҙерләшәм.
Ҡәҙерлемде ныҡ яратам. Ул өйҙә булмаһа, өй эсе ла ҡараңғы кеүек. Әсәй ҡайтып инһә, донъялар яҡтырып китә, өй се нурға тула.
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек, дуҫтар! Уларҙы рәнйетмәйек!. Әсәйҙәр мәңгелек түгел бит!

Айнагөл ХАФИЗОВА.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: