-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
28 Ноябрь 2022, 16:55

Мәңге типһен, әсәй, йөрәгең!

Әсәйем Гөлгизәр Илдар ҡыҙы Салауат районында тыуған. Беҙҙе, ике балаһын, ҡәҙерләп үҫтерә. Ул үҙе лә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыған. Белорет медицина колледжында белеп алып, акушерка һөнәренә эйә була.

Мәңге типһен, әсәй, йөрәгең!
Мәңге типһен, әсәй, йөрәгең!

Әлеге ваҡытта әсәйем фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй. Ҡулдары алтын, бешергән ризыҡтары бик тәмле уның. Хиджама ярҙамында кеше дауалау – яратҡан шөғөлдәренең береһе.
Беҙҙе үҫтереүе, ай-һай, еңел түгелдер инде, тип уйлап, ҡәҙерлемә һәр саҡ ярҙам итергә тырышам, уҡыуым да һәйбәт.
Уға изгеләрҙән-изге теләгем бар: мәңге типһен, әсәй, йөрәгең!

Гүзәлиә Исмәғилева, V синыф уҡыусыһы.

Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: