+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
5 Декабрь 2022, 00:15

Матур сара

Хәйбулла районы  Аҡъяр ауылында  «Ҡош юлы» өлгөлө халыҡ фольклор коллективы ағзалары менән берлектә «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бишек йырына арналған фәһемле сара үткәргән.

Музей хеҙмәткәре Миңзәлә Баймырҙина баланы уятҡанда, йоҡларға һалғанда бишек йыры, һамаҡтарҙың ҡулланышы тураһында әңгәмә ойошторған.

– Борон-борондан баланы сәңгелдәккә һалып бәүетеү – тылсымлы сара булған. Бишек йыры баланы йоҡлатҡанда көйләнә", – ти фольклор коллективы етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы. Ул ҡулына ҡурсаҡ алып, балаларға бишек йырҙарын йырлап, һамаҡтар әйткән.
– Баланың һаулығы, үҙен тотошо, ҡылыҡтары һәм холҡо әсәнең уға ниндәй сәңгелдәк йыры башҡарыуына ла бәйле икән. Шуға күрә, балаға күберәк бишек йырҙарын йырларға кәрәк, – тип сараны тамамлаған ойоштороусылар.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

#башҡортмәҙәниәтерухимираҫйылы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: