+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Декабрь 2022, 14:41

Яңы йылды көткәндә

Яңы йылдан да мөғжизәлерәк байрам юҡ бит ул! Аяҡ аҫтында ап-аҡ ҡар шығырҙай, бар тирә-яҡ ап-аҡ сафлыҡтан ғына тора. Ә алда – Яңы йыл, шыршы байрамы, бүләктәр тулы тоғон арҡаһына аҫып алған Ҡыш бабай...

Нимә генә тимә, тормош дауам итә, алда – Ҡуян йылы. Ана, Юлдыбайҙан Гөлшат һәм Илнур Ҡорбанғәлиевтарҙың ғаиләһе лә үткән йылға йомғаҡ яһап, алдағыһына матур пландар төҙөп көтә Яңы йылды. Өс бала тәрбиәләп үҫтерә был ғаилә. Ҡыҙҙары Элина VII синыфта «бишле»гә генә уҡып йөрөй. Уға математика еңел бирелә. Бик әүҙем ҡыҙ: мәктәптә үткән бөтә сараларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Шиғыр һөйләү бәйгеһе үтәме, видеопрезентация эшләргә кәрәкме унда... Бейеү түңәрәгенә йөрөй. Спорт ярата: баскетбол, волейбол секцияларында шөғөлләнә. Яулаған уңыштары тураһында портфолиоһындағы Почет грамоталары һөйләй.

Ҡустыһы Нургиз V синыфта «дүртле», «бишле» билдәләренә генә уҡый. Ул да спорт ярата. Футболға балалар баҡсаһынан йөрөй башлаһа, быйыл баскетболға ла яҙылған. Ауылдарында Физкультура-һауыҡтырыу комплексы бар бит. Футбол буйынса район, төбәк ярыштарына ла барғаны бар инде. Кескәй Нурзилә лә апаһы менән ағаһынан ҡалышмай. Хатта уҙҙырып ебәргән әле: былтыр Һаумы, «Һаумы, әкиәт» республика конкурсында I урын алған. «Баш бармаҡ» тигән әкиәтте һөйләгән ул. Балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөнә йөрөй.

Аталары - ауыл хакимиәте башлығы, әсәләре Урал аръяғы агроинженерия колледжында уҡыта, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Иртәнән кискә тиклем эштәләр. Төшкө ашҡа ғына ҡайтып китәләр. Шуға ла балаларға бәләкәйҙән донъя көтөргә лә өйрәнергә тура килә.
– Дәрестәр бөткәс бер сәғәт ваҡыттары бар, үҙаллы булып өйрәнделәр инде. Ашап алғас, Элина өйҙәге эштәр менән булһа, Нургиз тышта, малдарҙы ҡараша, һарайҙы таҙарта. Аҙнаһына икешәр көн секцияларға йөрөйҙәр бит инде, – ти Гөлшат Ғүмәр ҡыҙы.
Бына шулай, атай-әсәйҙәренән өлгә алып, эшһөйәр, әүҙем булып үҫә балалар. Матрайҙа олатайҙары менән өләсәйҙәре йәшәй. Унда аҙна һайын барып йөрөйҙәр. Олаталары ла спортсы бит. Ул ейән-ейәнсәрҙәре менән гимнастика буйынса күнекмәләр эшләргә ярата. Өләсәләренә үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп ҡайталар. Ә аталары яғынан өләсәйҙәре Юлдыбайҙа, яҡын ғына йәшәй. Бына бәхетле балалар, өлкән кешеләрҙең тормош һабаҡтарын тыңлап үҫәләр.
Әле Яңы йылға әҙерләнеп, өйҙәренә шыршы ҡуйып, уны биҙәп ҡуйғандар. Әлбиттә, йомарт Ҡыш бабайға үҙҙәренең теләктәрен белдереп хат та яҙалар. Шыршы байрамын да түҙемһеҙлек менән көтәләр. Быйыл кем булып кейенәсәктәрен әлегә сер итеп тоталар. Йылайыр халҡы бик берҙәм бит ул: ауыл урамдарын да ҡарҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө йәнлек, хайуан, һындары эшләп биҙәп ҡуялар.
Яңы йылды, әлбиттә, ғаиләләре менән матур табын ҡороп ҡаршылаясаҡтар.

Йыл тамамланыуға ике аҙна ғына ваҡыт ҡалды. Һәр ғаиләгә именлек, бәхет, һаулыҡ алып килһен ул. Донъялар тыныс булһын!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: