+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
22 Декабрь 2022, 09:50

Өс тағандай өсәүбеҙ

Мин Ғаяз Хәмзин булам, V синыф уҡыусыһымын. Һеҙҙе үҙемдең татыу ғаиләм менән таныштырғым килә.

Беҙ Әбйәлил районының Таштуй ауылында йәшәйбеҙ. Атай-әсәйем Әлфиә Абзал ҡыҙы менән Замир Биктимер улы – бик ябай, ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр. Үҙҙәре уңған, эшһөйәр, тырыштар. Атайым Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөй. Әсәйемә лә, беҙгә лә ныҡлы таяныс ул. Барыбыҙҙы ла ярата, һәр саҡ аҡыллы кәңәштәрен бирә.
Әсәйем – Учалы районы ҡыҙы. Ул мәктәптә эшләй. Яғымлы ла, мөләйем дә, һылыу ҙа үҙе. Беҙҙе һәр ваҡыт хәстәрләп, ҡурсалап тора, тәмле-тәмле ризыҡтар менән һыйлай.
Ғаиләбеҙҙә өс малай үҫәбеҙ. Мин – иң өлкәне. Рәмзил һәм Дияз исемле ҡустыларым бар. «Өс тағандай – өсәү бит улар», – тип ярата беҙҙе атай-әсәйебеҙ. Һәр ваҡыт татыу, дуҫ, бер-беребеҙгә терәк булырға өйрәтәләр.
Ике пар ҡанатымдай атайым менән әсәйем, ҡустыларым булыуы – оло ҡыуаныс, үҙемде бик бәхетле һанайым. Киләсәктә лә ғаиләбеҙ ныҡлы, яҡындарым иҫән-һау ғына булыуын теләйем.


Ғаяз ХӘМЗИН, V синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Таштуй ауылы.

Фото: mcrzngps.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: