+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Ғинуар 2023, 11:15

Көрәшселәр төйәгенән улар

Был ауылда спорт яратҡан, сәләмәт тормош алып барған ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Миңзилә менән Рәфил Атанбаевтар. Өс балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән йәштәр ауылдаштары араһында ла абруйлы. Нәргизә, Сәминә тигән ҡыҙҙар, Рифат исемле улан үҫтерәләр.

Көрәшселәр төйәгенән улар
Көрәшселәр төйәгенән улар

Нәҫелендә бил бирмәҫ батырҙар булғанғалыр, Атанбаевтарҙың улдары Рифат та милли көрәш менән яратып шөғөлләнә. Уның бер туған олатаһы Рәил Атанбаев – ауылдың беренсе көрәшсеһе.
Йомағужа мәктәбенең V синыфында уҡып йөрөгән малай тиҫтерҙәре араһында спорт буйынса алдынғылыҡты бирмәй, көрәш, саңғы ярыштарында байтаҡ уңыштар яулап өлгөргән. Бынан тыш, төрлө мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, үҙ аллы гармунда, гитарала уйнарға өйрәнгән.
Өй эштәрендә лә ата-әсәһенең уң ҡулы. Мал ҡарау ҙа күпселек уның иңенә төшә. Тырыш булып үҫеп килгән Рифат быйыл ҡыш үҙе йыйған аҡсаһына йорт ҡуяндары һатып алған.
– Көн дә шуларҙы ҡарап, ашатып, матур итеп тәрбиәләй. Ҡартатаһы биргән ҡолон да үрсеп, өсәү булып киткәйне, уларҙы ла ҡараша. Бере­һен һуғымға һуйҙыҡ. Мал йәнле инде Рифатыбыҙ. Мәктәптән ҡайтҡас та шулар янына ашыға, – ти улы тураһында әсәһе.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Йылайыр районы, Сәләх ауылы.

Көрәшселәр төйәгенән улар
Көрәшселәр төйәгенән улар
Көрәшселәр төйәгенән улар
Көрәшселәр төйәгенән улар
Көрәшселәр төйәгенән улар
Көрәшселәр төйәгенән улар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: