+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
22 Ғинуар 2023, 11:10

Бәхетлемен

Әсәйем Ғәлиә Ишмырҙа ҡыҙы Нәбиуллина Хөсәйен ауылында етенсе бала булып донъяға килгән. Ғаиләһендә улар 4 малай һәм 5 ҡыҙ үҫә. Беҙ Шығай ауылында йәшәйбеҙ. Әсәйем апайыма, миңә, ҡустыма ғүмер бүләк иткән.

Бәхетлемен
Бәхетлемен

Иң яҡын кешем мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Уның бешергән аштары, икмәк-күмәстәре бик тәмле. Туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ әсәйем бешергән төрлө ризыҡтарҙы маҡтап бөтә алмай. Ысынлап та, аш-һыуға бик оҫта шул. Яңыраҡ өләсәйемдең рецебы менән буҙа ҡойоп, барыбыҙҙы ла һыйланы. Телеңде йоторлоҡ тәмле ине ул!
Ҡустым менән миңә һәр саҡ иғтибарлы, кәрәк икән, дәрес әҙерләшергә лә ярҙам итә. Бик күпте белә үҙе.
Изге күңелле, мөләйем, яғымлы әсәйем булыуы менән бәхетлемен.

Динислам СӘЙҒӘФӘРОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: