

Хәҙерге ваҡытта Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда матур ике ҡатлы йорт һалып, беҙгә, 4 балаға – яҡшы атай, әсәйемә ышаныслы тормош иптәше, таяныс ул. Әле атайым Себер тарафтарында эшләй.
Оҫта ҡуллы кеше бит ул. Ҡапҡа, мунса, гараж, хатта йорт йыһаздарын да үҙе эшләп, барыһын да таң ҡалдыра.
Ҙурайғас, атайым кеүек буласаҡмын. Унан күп нәмәгә өйрәнеп үҫәм. Беҙ үҙен хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Ильяс ҮМӘРҒӘЛИН, V «А» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.