

Беҙ атайым, әсәйем, ике ағайым, ҡустым һәм һеңлем менән бер-беребеҙҙе аңлап, үҙ-ара килешеп, татыу йәшәйбеҙ. Ғаиләбеҙҙәге йылы мөнәсәбәттән ҡанатланып, илһамланып, тырышып уҡырға көс-ҡеүәт алам.
Минең атайым Руслан Ғәлимйән улы менән әсәйем Гөлнара Рәшит ҡыҙы Өфө ҡалаһында осрашып танышҡан. Уларҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 24 йыл тула.
Атайым һанап бөткөһөҙ изге эштәре менән беҙгә өлгө күрһәтә. Ғаиләлә абруйы көслө, уның менән ғорурланабыҙ. Салауат районы Йонос ауылында тыуып, Әлкә мәктәбендә тырышып белем алған, әрмелә хеҙмәт иткән. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, юғары белем алған.
Беҙ ғаиләлә биш балабыҙ. Ике ағайым мәктәпте тамамлағас, Өфөлә уҡыуҙарын дауам итеп, Илнур ағайым – автотранспорт, Вадим ағайым авиация колледжында белем алды. Мин – һигеҙенселә, ҡустым Сәлим II синыфта уҡыһа, һеңлем Айгөл балалар баҡсаһына йөрөй.
Атайымдың эше күп булыуына ҡарамаҫтан, әсәйемә һәр ваҡыт булыша. Улар бергә аш-һыу әҙерләй, өй төҙөй, баҡсала эшләй. Ул: «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ», – тип ҡабатларға ярата. Үҙе белгәнен беҙгә өйрәтергә тырыша. Ауылда йәшәгәс, ҡура тултырып мал аҫрайбыҙ. Уларҙы ҡарау – минең көндәлек эшем. Йәй етеү менән бесән сабыу, йыйыу, өйөү кеүек күңелле мәшәҡәттәр ҙә ҡушыла. Шулай уҡ утын бысыу, ярыу ҙа мине ялҡытмай. Ихатабыҙҙа техника ла күп, уларҙың серҙәренә лә атайым әкренләп төшөндөрә бара. Хәҙер беҙ үҙебеҙ һалған өйҙә йәшәйбеҙ.
Атайым, тренер булараҡ, спортҡа ла һөйөү тәрбиәләй. Йүгерергә, турникта күтәрелергә, футбол, волейбол уйнарға, ҡышҡыһын саңғы шыуырға әүәҫмен. Шулай ҙа иң яратҡан уйыным – хоккей. Ҡышҡыһын һәр көнөмдө боҙҙа үткәрәм.
Белем усағыбыҙҙа ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашам, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһендә призлы урын яулағаным бар. Уҡыуҙа ла һынатмаҫҡа тырышам, тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм.
Атайым махсус хәрби операцияла ла ҡатнашты. Ул бына ниҙәр һөйләне миңә: «2022 йылдың 6 сентябрь көнө Донецк Халыҡ Республикаһына барып еттек. Унда төрлө эш башҡарырға тура килде: «КамАЗ»да йөрөнөм, аҙаҡ заправкалаусы булып танктарҙы яғыулыҡ менән тәьмин иттем. Луганск Халыҡ Республикаһында автомобилдәрҙе ремонтлау ротаһында хеҙмәт иттем».
Тыуған илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек тойғолары беҙҙең аңыбыҙға бәләкәй саҡтан һалынған. Әле Илнур ағайым әрме сафында хеҙмәт итә. Вадим ағайым контракт төҙөп, 2019 йылдан Тыуған ил һағында тора. Ә 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул, махсус төркөм составында хәрби вертолёт бортинженеры булараҡ, Рәсәй һалдаттарын ҡотҡарыуҙа ярҙам итә. Күрһәткән батырлығы өсөн Пётр Нестеров миҙалы менән бүләкләнде.
Ғөмүмән, тормош тәжрибәһен беҙ атай-әсәйемдән алабыҙ. Уларҙың ипле һүҙҙәре, башҡарған эштәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелебеҙҙә ыңғай хис-тойғо уята.
Ғаиләбеҙҙе бик яратам, һәр көндө дәрестәр тамамланғас, өйгә ашығам. Сөнки унда мине яратҡан яҡындарым көтә. Шуның менән бәхетлемен!
Нурислам НИЗАМОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, 1-се Малаяҙ мәктәбе.