+27 °С
Облачно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
23 Февраля 2023, 08:05

Һағынып көтөп алам

Минең атайымдың исеме – Алик. Ул Көйөргәҙе районы Ҡаҙарма ауылында тыуып үҫкән. Әлеге көндә ул төҙөгән матур өйҙә, Арыҫлан-Әмәкәс ауылында йәшәйбеҙ.

Һағынып көтөп аламҺағынып көтөп алам
Һағынып көтөп алам

 Атайым Ленинград өлкәһендә, төҙөүсе батальонында хеҙмәт иткән. Әрменән ҡайтҡас, колхозда ветврач булып эшләй. Әле Мәскәү өлкәһендә, төҙөлөштә, 18 йыл ташсы булып зшләй. Минең атайым, төрлө бейек-бейек ҡатлы йорттар төҙөй.

Ялға ҡайтһа, атайымдың буш ваҡытында, беҙ шахмат уйнайбыҙ. Мәсеткә бергә йөрөйбөҙ. Мин атайымды бик ныҡ яратам. Уның вахтанан ҡайтҡанын, һағынып көтөп алам.

 

Динислам Ғафаров, V “А” синыфы уҡыусыһы.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас