+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
23 Февраля 2023, 07:50

Атай, һине байрамың менән ҡотлайым!

Беҙ Ырымбур өлкәһендә йәшәйбеҙ. Минең атайымдың исеме – Фәнис Хөсәйен улы. Ул ауыл мәктәбен тамамлағас, әрме сафына баҫа.

Атай, һине байрамың менән ҡотлайым!Атай, һине байрамың менән ҡотлайым!
Атай, һине байрамың менән ҡотлайым!

 Көньяҡ Сахалинда радиомеханик, элемтәсе булып хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас, тыуған ауылында эш башлай һәм һаман да яратҡан эшендә.

Минең атайым бик яҡшы, ғәҙел, шаян кеше ул. Беҙҙе лә гел иркәләп, яратып ҡына тора. Уға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем.

 

Камилла Иҫәнсурина, V “А” синыфы уҡыусыһы.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас