+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
23 Февраля 2023, 06:00

Атай, мин һине яратам!

Атайымдың исеме – Айрат. Уға  – 42 йәш. Һөнәре буйынса фельдшер, беренсе ярҙам күрһәтеү бригадаһында эшләй.

Атай, мин һине яратам!Атай, мин һине яратам!
Атай, мин һине яратам!

Ул балаларға һәм өлкәндәргә гел ихлас ярҙам итергә тырыша.  Эшен ныҡ яратып башҡара. Сөнки уның эше тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүенән тора. Шуға ла атайым эшенә ныҡ яуаплы ҡарай. Буш һәм ял көндәрендә балыҡ ҡармаҡларға ярата.

Үҫкәс, атайыма оҡшарға тырышасаҡмын. Уға һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!

 

 Сәлимә Йәрмөхәмәтова, V “Б” синыфы уҡыусыһы.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас