

Ул – уңған, аҡыллы, тырыш кеше. Әсәйем менән өс малай тәрбиәләй. Риназ ҡустым III синыфта уҡыһа, Алмаз ҡустым I синыфта белем ала. Атайым өй ҡыйыҡтары эшләй, мунса бурай.
Мин атайымды яратам. Ул да минең менән ғорурланһын өсөн, барыһын да эшләргә һәм тырышып уҡырға тырышам. Ул – иң яҡшы атай! Ер йөҙөндә бар балаларҙың да атай-әсәйле булып үҫеүҙәрен теләйем!
Атайымды 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Уға һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!
Даниэль Әхмәтов, V “Б” синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.