+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
23 Февраля 2023, 10:00

Атайымдың кәңәштәрен гел тыңлайым

Минең атайымдың исеме – Юлай. Ул – көслө, батыр, аҡыллы һәм баҫалҡы кеше. Атайымдың холҡо бик тыныс, күп һөйләргә яратмай, үҙе бигерәк егәрле.

Атайымдың кәңәштәрен гел  тыңлайымАтайымдың кәңәштәрен гел  тыңлайым
Атайымдың кәңәштәрен гел тыңлайым

 Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Әле  ул Мәләүез Химия заводында тырышып эшләй. Беҙ ауылда күпләп мал тотабыҙ. Атайым мал ҡарарға ла өлгөрә. Баҡсала емеш-еләк үҫтерешергә лә ваҡыт таба. Өйҙә  әсәйемә лә ярҙам итә. Тағы ла ул – балта оҫтаһы ла. Үҙебеҙгә өй һалды, мунса, һарай һәм бөтә  ихаталағы кәрәк-яраҡтар уның ҡулы менән эшләнгән. Мине лә эргәһендә алып йөрөп эшкә, трактор, машина йөрөтөргә лә өйрәтә.

Атайым өйҙә  хужа булғас, беҙ уның кәңәштәрен гел тыңлап ҡына торабыҙ. Мин атайымды бик яратам һәм бик ныҡ ғорурланам.

 

Ислам Бикбулатов, V “Б” синыфы уҡыусыһы.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас