+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
23 Февраль 2023, 06:25

Хәҙер ул бәхетле олатай ҙа

Атай... Атайым минең... Ошо һүҙҙе ишетеү менән бар яҡлап беҙгә өлгө, терәк-таяныс булған атай һыны күҙ алдына баҫа.

Хәҙер ул бәхетле олатай ҙаХәҙер ул бәхетле олатай ҙа
Хәҙер ул бәхетле олатай ҙа

Рәхим Камил улы Суфияров 1966 йылдың 25 октябрендә матур тәби­ғәтле Белорет районы Шығай ауылында һигеҙ балалы ишле ғаиләлә донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһына ДОСААФ-тың водителдәр курсына уҡырға инә.
1984 – 1986 йылдарҙа атайым Эстонияның Раквере ҡалаһында әрме сафында хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған ауылы Шығайҙа «Заря» колхозында эш башлай. Һөт ташыу машинаһын йөрөтә ул.
Шығай һылыуы – әсәйем Рәши­ҙә Зөлфәр ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп, биш балаға ғүмер бү­ләк итәләр. 2014 йылда беҙҙең ғаиләгә тағы бер ул өҫтәлде. Атайым менән әсәйем Ташбулат исемле ағайымды ҡарауға алды.
Атайым биш ағайымды ла эшкә өйрәтеп, уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй алғандыр, тип уйлайым. Бигерәк уңғандар, оҫталар үҙҙәре! Ниндәй эшкә тотонһалар ҙа, еренә еткереп башҡаралар. Дүрт ағайымды әрме сафтарына оҙатып, иҫән-һау ҡаршы алдыҡ. Риза, Йыһанур ағайҙарымдың әле үҙ ғаиләләре бар, атайым менән әсәйем хәҙер бәхетле олатай һәм өләсәй ҙә. Быға ҡыуанып бөтә алмайҙар.
Атайыбыҙ – беҙҙең өсөн өлгөлө ғаилә башлығы. Уның хәстәрлеген күреп, ҡурсалауын тойоп, үҙенә ар­ҡаланып, яратылып йәшәйбеҙ. Ҡә­ҙерле кешебеҙ Шығай мәктәбендә водитель вазифаһын башҡара. Эше­нә намыҫлы ҡарай. Тырыш хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Үҙен ауылдаштары хөрмәт итә, эшендә лә яраталар.
Мин атайҙарҙың абруйы үҫһен, тигән теләктә ҡалам. Уның һүҙе, тәрбиәһе бигерәк тә малайҙар өсөн мөһим.
Киләсәктә атайым менән әсәйемә ныҡлы һаулыҡ, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем. Һүҙемде атайыма арнап яҙған шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:
Атайыбыҙ шундай һәйбәт,
Ҡайтып инә өйгә ҡояштай.
Биш балаға атай ғына түгел,
Хәҙер булды инде олатай.

Гөлгизәр СУФИЯРОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас