+29 °С
Ясно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
23 Февраля 2023, 05:00

Ғорурланам

Минең атайым – шәп кеше! Уның исеме – Арыҫлан Рәхмәтулла улы Шәрипов. Ул – Хәйбулла районының Бүре (Һаҡмар-Наҙарғол) ауылы егете. Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында үҫеп, буй еткергән.

ҒорурланамҒорурланам
Ғорурланам

Бәләкәй сағынан колхоз рәйесе булып эшләгән ҡартатайыма, атай-әсәһенә – ярҙамсы, терәк-таяныс булып үҫкән. Ә әлеге көндә  атайым район үҙәге Аҡъяр ауылында – эшҡыуар. Атайым менән әсәйем беҙҙе, балаларын, бар яҡтан хәстәрләп, тырышып донъя көтә. Уның алтын ҡулдарынан нимә генә килмәй: бар йорт-хужалыҡ эштәрен белә. Атайымдың аҡыллылығына, егәрлелегенә һоҡланам. Ул –  беҙҙең өсөн  терәк һәм өлгө! Мин атайымды яратам һәм уның менән ғорурланам!

 

 Ләйсән Шәрипова, V “А” синыфы уҡыусыһы.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас