+24 °С
Облачно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
1 Марта 2023, 10:00

Һоҡланғыс Ултраҡовтар ғаиләһе

Һәр ғаиләнең тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнәһе бар. Ә бына минең дә Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында гөрләтеп донъя көткән ҡайны-ҡәйнәм Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар һоҡланырлыҡ кешеләрҙер, тип уйлайым.

Һоҡланғыс Ултраҡовтар ғаиләһеҺоҡланғыс Ултраҡовтар ғаиләһе
Һоҡланғыс Ултраҡовтар ғаиләһе

 Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, ҡыҫҡаһы, сәхнә ене ҡағылған сәнғәт кешеләре.

Ҡәйнәм бәләкәй сағынан йырларға, бейергә яратҡан. Үҙенән кеселәрҙе теҙеп ултыртып, урындыҡты сәхнә итеп концерт ҡуя. Төрлө уйындар ойошторорға ла әүәҫ була, тиңдәштәренә бейеүҙәр ҙә өйрәтә. Ауылға төрлө ҡаланан килгән артистарҙың һөйләшеүҙәренә, мөләйем ҡараштарына, йылмайыуҙарына һоҡланыр булған. Ҡәйнәмдең йырсы ла, артист та булыу хыялы тормошҡа ашҡан инде. Сәнғәткә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килә. Унда бейеү бүлеген тамамлай.
Үҙе үҫкән ғаиләгә лә ижад ҡомары ҡағылған: әсәһе матур йырлай, атаһы оҫта скрипкасы булған (үкенескә күрә, улар мәрхүм инде), туғандары араһында оҫта гармунсы, ҡурайсы, думбырасы ла бар.
Ҡәйнәм егерме йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлаған. Әле яратҡан эшен дауам итә.
Ҡайным Ғәлимйән дә – сәнғәт кешеһе. Өҙҙөрөп баянда уйнай, матур йырлай, ябай ғына ағастан күҙ яуын алырлыҡ матур һындар эшләүсе оҫта ҡуллы көслө зат, тиһәм һис тә яңылыш булмаҫ. Ҡәйнәм менән егерме алты йыл бергә йәшәү дәүерендә бик күп ҡала сәхнәләрендә сығыш яһарға тура килә. Бөгөн дә бергәләшеп ең һыҙғанып мәҙәниәт усағында эшләйҙәр. Уларҙың сығыштарын баһалаусы Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәп-һаны юҡ. Гран-при, беренсе, призлы урындар, махсус бүләктәр... Үҙҙәре татыу, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәгәнгә балалары ла яҡшы тәрбиә ала. Ике улдары ла йырлай, ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙҙары Наҙгөл дә бейеүгә, йыр-моңға ғашиҡ.
Сәнғәт кешеләре тигәс тә, йырлап-бейеп кенә йөрөмәйҙәр. Йорт эштәренә лә өлгөрәләр. Ишек алдын аллы-гөллө, хуш еҫле сәскәләргә күмеп, баҡса тултырып емеш-еләк тә үҫтерәләр.
 Ейәндәрен ҡарашырға өлгөрәләр. Ҡәйнәм төрлө һамаҡ-бишек йырҙары менән йоҡлатһа, ҡайным баянда уйнап, бейетеп ебәрә. Балаларына биргән тәрбиәне ейәндәренә лә бирергә тырышалар.
Ҡайным менән ҡәйнәм тормош тәжрибәләре менән дә уртаҡлашып, төрлө кәңәш биреп, ярҙамдарынан да ташламай. Аллаға шөкөр, тим шундай һоҡланғыс, уңған, эшһөйәр, талантлы, бар яҡтан да етеш, балаларым, тип өҙөлөп торған ҡайны-ҡәйнәм булыуына. Улар – беҙгә өлгө лә, үрнәк тә, маяҡ та.

Әлфинә УЛТРАҠОВА.

 

Сығанаҡ  һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас