

Әсәйем үҙе бөхтәлек һәм тәртип яратҡас, беҙҙән дә шуны талап итә. Шуға өй йыйыштырып, тәртип булдырабыҙ. Йортобоҙҙа нурҙар уйнай, күңелдәр ҙә шат.
Әсәйемдең төп эше - мәктәптә балаларға белем биреү. Әле һеңлем менән өйҙә.
Әсәйемде ныҡ яратам. Уға алдағы тормошонда тик ҡыуаныстар ғына килеп торһон, тип теләйем.
Зарина ТҮЛӘКОВА, V “Б” синыфы уҡыусыһы.
Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.