+31 °С
Облачно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
8 Марта 2023, 08:00

Әсәкәйем, һин Ер йөҙөндә берәү генә

Әсәй! Һин – донъяла иң матуры, иң аҡыллыһы. Ул мине ошо яҡты донъяға тыуҙырған, үҫтергән. Әсәйем минең – кәңәшсем, ярҙамсым.

Уның тауышы кеүек наҙлы, яғымлы бер тауыш та юҡ һымаҡ, минеңсә. Әсәйемдең – ҡулы йылы, йомшаҡ һәм наҙлы. Ауырығанда минең башымдан һыйпаһа, бөтә ауырыуҙар юҡҡа сыға. Һәр бер балаға ла үҙ әсәһе – иң матуры, иң аҡыллыһы, иң яғымлылыр, миңә лә шулай. Уның исеме – Венера. Ул 1975 йылдың 26 июнендә Күгәрсен районының Түләбай ауылында тыуған. Әле тәрбиәсе булып эшләй. Ул балаларҙы ныҡ ярата. Беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк иткән, шуға әсәйемде миҙал менән бүләкләнеләр.

Әсәйем сәскәләр үҫтерергә ярата. Йәй буйы ул ултыртҡан сәскәләр йортобоҙҙо биҙәй. Тағы ла йыр-моңға ғашиҡ.

Ул барыбыҙға ла дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыша. Беҙ байрамдарҙа, төрлө сараларҙа, ярыштарҙа ғаиләбеҙ менән бергә һәм файҙалы итеп үткәрергә тырышабыҙ. Мин үҙемде бәхетлемен, тип һанайым, сөнки туғандарым, атайым, әсәйем бар, Аллаға шөкөр!

Әсәкәйем, һине байрамың менән ҡотлайым. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.

 

Ислам Бикбулатов, V “Б” синыфы уҡыусыһы.

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Әсәкәйем, һин Ер йөҙөндә берәү генә
Әсәкәйем, һин Ер йөҙөндә берәү генә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас