+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Март 2023, 16:00

Әсәй, мин һине яратам!

Әсәйемдең исеме – Әлфиә. Уға 35 йәш. Ул почта бүлексәһендә эшләй, әле ҡустымды үҫтереп, декрет ялында. Беҙ ғаиләлә 3 бала тәрбиәләнәбеҙ.

Атайым менән әсәйем бик татыу донъя көтә. Уларға ҡарап , беҙ һоҡланабыҙ. Үҙҙәрен гел ҡыуандырып, уҡыуҙа ла,эштә лә һынатмаҫҡа тырышабыҙ.

Әсәйемде бик ныҡ яратабыҙ, ял көндәрендә һағынып ҡайтам, ул төрлө тәмлекәстәр бешереп мине көтөп тора. Әсәйемә бәхет,һаулыҡ теләйем.

 

Рината ҒАЙСИНА, V “А” синыфы уҡыусыһы.

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: