

“Әсә күңеле балала – бала күңеле далала”, – тигән мәҡәл бар бит халҡымда. Беҙ, балалар, бәлки әле әсә күңелен аңлап та етмәйбеҙҙер... Әммә үҫә килә, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен нығыраҡ белергә өйрәнәбеҙ. Ә инде ҡош балаһылай ҡанаттарыбыҙ нығынып, ситкә сығып киткәс, әсәйҙең ҡайнар аштарын, мөләйем ҡарашын, йомшаҡ ҡулдарын нығыраҡ һағынасаҡбыҙ.
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек, хөрмәт итәйек! Улар – Ҡояш кеүек бер генә! Ҡәҙерле әсәйем, гел шулай шат һәм мөләйем бул, оҙон ғүмер теләйем!
Дамир Рафиҡов, XI синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.
Фото: Гөлбаныу Моратова.