+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
8 Марта 2023, 10:15

Әсәйҙәр – тормош йәме!

 Ҡояш! Әсәй! Был ике һүҙ, төрлөсә яңғыраһа ла, ни тиклем оҡшаған улар. Икеһе лә тирә-йүнде йылыта, йәм бирә, тормошто нурлай,  улар – йәшәйеш сығанағы!

Ҡояшһыҙ гөлдәр үҫмәгән кеүек, әсәйһеҙ балалар булмай! Ҡояш та, әсәй ҙә берәү генә!  Йырҙа ла бит:

 “Ҡояш, ҡояш, мәңге балҡый,

 Мәңге нур һибә.

 Ҡояш ғүмере теләйем,

 Әсәйем һиңә”, – тигән һүҙҙәр бар.

Яҙ  ҡояшы донъяны йылы нурҙары менән иркәләй башлаған мәлдә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итәбеҙ! Ошо йәмле иртәлә минең иң яҡын, изге күңелле, ҡояштай яғымлы, сағыу, йәшел күҙле әсәйемде ҡотлайым! Әсәкәйем, һиңә бәхетле оҙон ғүмер теләйем!

 

Рушан Ғәлиев, XI синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,  Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

 

Фото: Фәүзиә Ғәлиуллина.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас