+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
8 Марта 2023, 06:30

Әсәйем минең күҙ нурым!

Әсәй!.. Ниндәй яғымлы, матур, йылы һүҙ! Әсәйем минем күҙ нурым. Ошо һүҙҙе гел ҡабатлағы килеп тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәйем минең күҙ нурым!Әсәйем минең күҙ нурым!
Әсәйем минең күҙ нурым!

Сөнки, был донъяла әсә кешенән дә яҡыныраҡ кеше юҡ. Ул – һинең кәңәшсең дә, серҙәшең дә, дуҫың да. Минең өсөн дә әсәйем – иң матуры, иң яғымлыһы.

Минең әсәйемдең исеме – Светлана. Әсәйем Хәйбулла районының Акъяр ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта ул Йәнтеш ауылында йәшәй. "Һаҡмар" шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул үҙенең эшен бик яратып башҡара. Әсәйем тәмле-тәмле аштар, бәлештәр бешерергә әүәҫ. Ул минең өсөн – терәк, таяныс.

Мин әсәйемде бик ныҡ яратам. Уға һәм дә бар әсәйҙәргә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйем.

 

Сәлимә Йәрмөхәмәтова, V “Б” синыфы уҡыусыһы.

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас