+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
8 Марта 2023, 06:00

Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым

Әсәйем – донъялағы иң ҡәҙерле кешем. Ул  Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәй.

Әсәйем - шәхси эшҡыуар. Тынғыһыҙ кеше инде үҙе. Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә лә ҙур иғтибар бүлергә тырыша. Уның һөйөү наҙын, күңел йылыһын ағайҙарым, ҡустыларым, һеңлеләрем менән көн дә тойоп йәшәйбеҙ.

Ул - беҙҙең  һүнмәҫ ҡояшыбыҙ! Беҙҙе гел ҡурсалап, иркәләп кенә тора. Әсәй, һине бик ныҡ яратабыҙ! Рәхмәт беҙгә ғүмер бүләк иткәнең өсөн! Ныҡлы һаулыҡ һәм әлегеләй бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

 

Ләйсән Шәрипова, V “Б” синыфы уҡыусыһы.

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас