+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
9 Март 2023, 12:00

Донъяның нуры һәм биҙәге

Әсәй! Ниндәй матур һүҙ! Һәр бала ошо һүҙҙе ишетеү менән үҙ әсәһен күҙ алдына килтерәлер, моғайын.

Донъяның нуры һәм биҙәге
Донъяның нуры һәм биҙәге

Минең әсәйемдең исеме – Гөлминаз. Ул беҙгә, ике ҡыҙға һәм миңә, ғүмер бүләк иткән. Төн йоҡоларын йоҡламай бишектә тирбәтеп, моңло көйҙәр көйләп, иркәләп, наҙлап үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Әсәйемдең өлгөрлөгө, телде йоторлоҡ итеп тәмле ризыҡтар бешереүе, бәйләгән ҡул эштәренең зауыҡлығы һоҡландыра. Әсәйем апайым менән һеңлемә ҡыҙҙарға хас матур тәрбиә бирергә тырыша. Мин егет кеше булһам да, күп серҙәремде әсәйем менән уртаҡлашам, файҙалы, тормошсан кәңәштәр алам. Уның фәһемле кәңәштәрен гел тормошта ҡулланам.

 Донъяла һәр кешегә әсәйҙән дә ҡәҙерле, яҡын, изге күңелле кеше юҡ. Ул бит һине ярты һүҙҙән, ҡараштан аңлап тора.

Әсәй, һиңә бәхет, һаулыҡ һәм шатлыҡтар теләйем.

 

Алмаз Ильясов, XI синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: