-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
11 Март 2023, 12:25

Улым, һиңә әйтәм...

(Нәсихәт) Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА  – АЛТЫНБИКӘ 

Улым, һиңә әйтәм...
Улым, һиңә әйтәм...

Башҡортса һөйләшәһеңме?
Һин бит башҡорт балаһы!
Милләтебеҙ киләсәге
Улым, һиңә ҡалаһы...

Йырлап, көйләп, бейеп өйрән,
Башҡортлоғоңдо һаҡла.
Үҙ телен белмәгән кеше –
Маңҡорт тиеп атала.

Кәләш һайлағанда, улым,
Тик башҡорт ҡыҙын һайла.
Тыуасаҡ балаларыңдың
Милләтен, балам, уйла.

Бутҡа итмә һин, улҡайым,
Балаңдың шәжәрәһен.
Үҙең башҡорт булғас, ул да
Шул юлдан тәгәрәһен.

Юғалтма, улым, телеңде,
Ярат тыуған илеңде.
Белеп үҫ, һин – мосолманһың,
Һата күрмә динеңде.

Туған телле һәм иманлы
Башҡорт балаһы үҫтер.
Башҡорт тигән батыр халыҡ –
Бик боронғо милләттер.

Милләт ул – ата-бабалар,
Олатай-өләсәйҙәр.
Һинең кеүек малай, ҡыҙҙар,
Апайҙар һәм әсәйҙәр.

Белемле Башҡорт бул, улым!
Була күрмә һин Маңҡорт...
Бул һин батыр милләт улы,
Ғорурланырлыҡ – Башҡорт!

 

Һүрәттә: Әлшәй районы егете Рамаҙан Садиҡов.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: